Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 16:21

Мал һарайында уҡығандан һуң...

Көйөргәҙе районында уҡыусыларҙың ташландыҡ һыйыр аҙбарында белем алыуҙары бар республиканы аптыратҡайны.

Көйөргәҙе районында һыйыр ҡураһында белем алған уҡыусылар тураһында бәйән иткән видеояҙмаға бәйле хәлдән һуң өс уҡыусы йәшәгән йортҡа интернет үткәргәндәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр декабрҙә социаль селтәрҙә Яңы Муса ауылындағы уҡыусыларҙың ташландыҡ ферма бинаһына барып онлайн уҡыу өсөн интернет “тоторға” мәжбүр булыуы хаҡында аудио һәм видеояҙмалар барлыҡҡа килгәйне. Ошолай итеп, бында йәшәгән кешеләр үҙҙәренең ауылына юғары тиҙлекле интернет үткәреү өсөн иғтибарҙы йәлеп итергә тырышҡан.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов белдереүенсә, бындай проблемалар ошо рәүешле хәл ителмәй. “Бында йәшәгәндәр урындағы мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе һәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының, депутаттарҙың ниндәй функциялары барлығы икәнлеген насар аңлай. Закондарға ярашлы, район бюджетының интернет селтәрен үткәреү өсчөн аҡса бүлеү, сымһыҙ бәйләнеш вышкаларын ҡуйыу хоҡуғы юҡ. Хакимиәт кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт ебәрә, кәрәкле ойошмаларға мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә – участкаларҙы межалай, кәрәкле документтарҙы юллай ала. Шулай эшләнде лә.
Илкәнәй ауыл биләмәһенә ҡараған был ауыл 2019 йылдың ғинуарында МТС компанияһына сифатһыҙ сымһыҙ бәйләнеш мәсьәләләре менән мөрәжәғәт иткән. Ә бына интернет менән тәьмин итеү буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы бер ниндәй ҙә рәсми мөрәжәғәт яһамаған. Билдәле булыуынса, урында йәшәгәндәр коллектив ялыуҙы яҙған һәм ауыл Советы депутатына биргән. Тик район канцелярияһында был хат теркәлмәгән”.
Юлай Ильясовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, урында йәшәгәндәр социаль селтәргә видео һалыу менән шөғөлләнеү урынына инициатив төркөмдө тупларға һәм “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән линияға тоташтырыу тураһында килешеү төҙөргә, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығына селтәргә тоташтырыу тураһында рәсми ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш ине. Ә хакимиәт башлығы, үҙ сиратында, “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә абоненттарҙы селтәргә тоташтырыу тураһында рәсми мөрәжәғәт итә ала. Был осраҡта компания заявканы планға индерә һәм абоненттарҙы, эш графигына ярашлы, интернетҡа тоташтыра.
“Беҙ һанлы технологияларҙан, интернеттан тыш күҙ алдына килтереп булмаған заманда йәшәйбеҙ. Быны аңларға һәм ғәфү итергә кәрәк. Айырым шәхестәр интернет селтәре мөмкинлектәрен, закондарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеү, бер үк ваҡытта үҙеңде күрһәтеү һәм тиҙ билдәлелек яулау хаҡында күптән аңланы. Үҙ ауылдарында кемде вәкил итеп һайлау тураһында һорамай, прокуратураға, БР Хөкүмәтенә, РФ Президентына ялыу яҙа, социаль селтәр өсөн видео төшөрәләр һәм башҡаларҙы эшләйҙәр. Минең ғәйебем – кешеләргә ваҡытында был мәсьәләнең хәл ителешен аңлатмау”, – тип яҙған Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы.
Әйткәндәй, Көйөргәҙе районындағы туғыҙ тораҡ пунктында интернет юҡ. Яңы Муса ауылында ул бар, әммә көсһөҙ. Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү программаһы буйынса ауылға дөйөм ҡулланыу нөктәһе һәм 12 Wi-Fi ҡуйылған. Тағы өсәүгә һыйыр аҙбарындағы янъяллы видеонан һуң ҡуйғандар. Өҫтәмә абоненттарҙы тоташтырыу мөмкинлеге юҡ. Тиҙлекле интернет быйыл була, тип белдергәндәр район хакимиәтендә.
Шул уҡ ваҡытта прокуратура был тарихта белем биреү тураһындағы закондарҙы боҙоу осраҡтарын теркәгән. Хәбәр ителеүенсә, класс етәксеһе арауыҡ режимында уҡыусыларҙың белем алыуы өсөн техник мөмкинлектәрен тикшермәгән, һәм бер үк ваҡытта уҡыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн кейстар менән тәьмин итмәгән. Кәрәкле кимәлдә арауыҡтағы уҡыуҙы ойоштормағандары өсөн мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫарына, директор вазифаһын үтәүсегә шелтә бирелгән.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Mal-arayinda-u-i-andan-u-633596/
Читайте нас: