Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 16:10

Иҫке Шәрәй кескәйҙәре ҡыуаныр инде!

Тиҙҙән бында мәктәпкәсә белем биреү төркөмө асыла.

Ҡырмыҫҡалы районының бәләкәй генә Иҫке Шәрәй ауылы заман ҡыйынлыҡтарына бирешмәй, үҫеүен дауам итә. Ауылда ете йәшкә тиклемге 31 сабый иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта бында балалар баҡсаһы асыуға бәйле мәсьәлә оҙаҡ ваҡыт хәл ителмәй килде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә былтыр урындағы мәктәпкә капиталь ремонт яһалды, бинаның бер өлөшө балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡоролдо. Был эшкә өс миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.
Әле бүлмәләргә йыһаз һәм башҡа ҡулайламалар ҡуйылды, улар балаларҙы көтә. Тиҙҙән бында мәктәпкәсә белем биреү төркөмө асыла. Унда йәш ярымдан ете йәшкә тиклемге 20 бала йөрөйәсәк. Эшкә өс педагогты йәлеп итеү ҡарала.
Фото: admkarm.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/I-ke-Sh-r-y-kesk-y-re-iuanir-inde-633496/
Читайте нас: