Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 22:30

Аҡса туплау серҙәрен Илдар белә

Эшҡыуар Илдар Хөсәйеновты, бынан 20 йыл элек “Этажи” риэлторҙар компанияһын булдырған егетте Рәсәйҙә яҡшы беләләр. Миллиондар менән эш иткән бизнесмен ябайлығы, һаҡсыллығы, байлығы менән маһаймауы, кешелеклеге менән күптәрҙән айырыла. Хәҙер сығып, 12 миллион һумлыҡ Bentley автомобиле алырға мөмкинлеге булһа ла, ул иҫке, әммә ышаныслы машинаһында йөрөүҙе хуп күрә. Һаҡсыл эшҡыуарҙың көндәлек тормош өсөн мөһим кәңәштәрен тыңлайыҡ, бәлки, кемгәлер кәрәге тейер.

Рәсәй кешеләренең 63 проценты аҡса тупламай. Сәбәптәре төрлө. Беренсе кәңәш: күпме табыш алһағыҙ ҙа, һаҡларға өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, айына 24 мең һум эш хаҡы алаһығыҙ икән, 1 400 һумын һалып барығыҙ. Уның тәьҫирле юл икәнен мотлаҡ аңлаясаҡһығыҙ.
Икенсенән, әйберҙе ашығыс рәүештә һатып алмағыҙ. Һеҙ уны туҙҙыраһығыҙмы, әллә инвестициялайһығыҙмы - асыҡлағыҙ. Аҡсаны аҡылһыҙ тотоноу яңы проблемалар тыуҙыра. Мотлаҡ түләүҙәрҙән һуң бер өлөшөн инвестициялау (күсемһеҙ милеккә, белемгә, үҫешкә) кәрәк.
Өсөнсөнән, тауар өсөн артығын түләмәҫкә тырышығыҙ, арзан хаҡҡа алыу юлдарын эҙләгеҙ. Сабыр итә белегеҙ.
Дүртенсенән, бер ҡасан да модаға эйәрмәгеҙ. Беҙгә һәр ваҡыт нимәне булһа ла көсләп тағалар. Һеҙгә башҡалар кеүек берҙәй булыу өсөн шундай ҙур хаҡ түләү кәрәкме? Мин бөгөн шәхси самолет һатып ала алам, тик мин уны аҡса туҙҙырыу тип иҫәпләйем һәм хеҙмәткәрҙәремде уҡытыуға тотоноуҙы яҡшыраҡ тип табам.
Бишенсенән, сәләмәтлегегеҙе һаҡлағыҙ, зарарлы ғәҙәттәрҙән арынығыҙ. Мин алкоголдең тәмен белмәйем. Ауырыһағыҙ, һеҙҙең өсөн мул аҡсаны табиптар аласаҡ. Дарыуҙарға күпме сығым кәрәк буласаҡ! Ә һеҙ яҡшыраҡ тормошҡа, мул табыш алыуға хаҡлы. Ғөмүмән, финанстарығыҙға хужа була белегеҙ, анализ яһағыҙ, күпме аҡсағыҙҙы янда ҡалдыра алдығыҙ – иҫәпләгеҙ,” - ти Төмән эшҡыуары.
Фото:Vk.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: