Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 15:16

Гармунсыға

Гармунсының бармаҡтары,Гармун телдәрен һанай.Гармунсы ҡулында гармунҺандуғас булып һайрай.

Ҡушымта
Моң тирбәтә гармун теле,
Бейей гармун күреге.
Ҡыҙҙар йөрәген яндыра
Ҡырын һалған бүреге.
Гармун теле алтын икән,
Гармуны ялтыр икән.
Күҙҙәренән нур бөркөлә,
Ҡарашы ялҡын икән.
Гармун теле нисәү икән?
Һанағаны барм(ы) икән?
Бел әле, шул гармунсының
Һөйгән йәре барм(ы) икән?
Үҙең гармунсы икән дә,
Ҡулыңда гармун икән.
Их, белергә серҙәреңде,
Йөрәгеңдә кем икән?
Өҙҙөрөп гармун уйнауы
Өҙә бит үҙәктәрҙе.
Яңғыҙ йөрәккә бик ауыр,
Ҡушайыҡ йөрәктәрҙе.
Дилә МӨЛҠАМАНОВА.
Бишауыл-Уңғар ауылы.
Ирек Хисмәтуллин фотоһы
Читайте нас: