Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 18:07

Сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар йәнә артасаҡ

Ошоға тиклем беҙҙең төбәктә хаҡтар иң түбәндәгеләрҙең береһе булып ҡала килде.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр сүп-сар реформаһы һәм тарифтар мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, сүп-сарҙы сығарыу буйынса тарифтар иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән кимәлгә тиклем арттырыласаҡ.
Тәүҙә доклад менән тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, төбәк операторҙары Яңы йыл байрамы осоронда 300 тонна сүп-сар сығарған, бының өсөн 450 берәмек техника эшләгән. Байрам осоронда ҡалдыҡтар күләме ябай көндәр менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк булған. Ауырлыҡтарға ҡарамай, төбәк операторҙары ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында һәм сифатлы башҡарған.
Билдәле булыуынса, 2019 йылдың ғинуарынан алып республикала граждандар был коммуналь хеҙмәт өсөн берҙәм түбән тариф буйынса түләй ине. 2020 йылдың 1 сентябренән ул бер ни тиклемгә артты. Элек 70 һум түләгәндәр өсөн ул биш һумға күтәрелде һәм 75 һум тәшкил итте. Быға тиклем 35 һум түләгәндәр кеше башына 55 һум түләй башланы. Был хаҡтар тораҡ пунктынан сүп-сар 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем сығарылғанмы, юҡмы икәнлегенә ҡарап билдәләнгәйне.
Был хаҡтар ҙа ваҡытлыса. Властар белдереүенсә, улар сүп-сар реформаһының сираттағы этабы – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм утилләштереү башланғансы ғына ғәмәлдә буласаҡ.
– Беҙ билдәләгән тарифтар иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән, улар күпкә түбән. Беҙ был аҙымға аңлы рәүештә барҙыҡ – эшләнмәгән эш өсөн аҡса ала алмай инек. Әле бурыстың беренсе этабы башҡарылды – ҡалдыҡтар сығарыла. Хәҙер иһә киләһе этапҡа күсеп, уны эшкәртә башларға кәрәк. Шуға күрә тарифтарҙы йәнә күтәреү тураһында уйлай башларға ваҡыт, – тине Радий Хәбиров.
Хаҡтар һәр зонала (улар бишәү) республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләгән кимәлгә тиклем етәсәк.
1-се зона – “Махсуслаштырылған автохужалыҡ” предприятиеһы – күп фатирлы йорттарҙа – 75 һум, шәхси йорттарҙа – 76 һум;
2-се зона – “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 96 һум, шәхси йорттарҙа – 97 һум;
3-сө зона – “Экосити” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 94 һум, шәхси йорттарҙа – 96 һум;
4-се зона – “Экология Т” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 95 һум, шәхси йорттарҙа – 96 һум;
4+ зона – “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 104 һум, шәхси йорттарҙа – 106 һум тәшкил итәсәк.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/S-p-sar-si-ariu-s-n-tariftar-y-n-artasa-627276/
Читайте нас: