Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 17:36
Ни өсөн сәғәт бүләк итергә ярамай?
Бында һүҙ ҡул сәғәте (электрон, механика) тураһында ғына түгел, стена сәғәттәре тураһында ла бара.
Халыҡ һынамыштары юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй шул. Был һынамыштарға ярашлы, ошондай аксессуар ғашиҡтарҙы айырырға, туғандарҙы үҙ-ара ыҙғыштырырға, башҡа төрлө бәлә-ҡазаға дусар итергә һәләтле. Йәнәһе, хронометр бик көслө магнит булып тора һәм насар энергетиканы йәлеп итергә мөмкин. Ошо теорияны яҡлаусылар сәғәттең яңы хужаға зарар килтерәсәгенә ышана. Кешенең йыш сирләүе, аҡсаһыҙлыҡтан интегеүе ихтимал, ғаилә бәхете тураһында хыялланырға ғына ҡала.
Ҡытайҙа был йәһәттән тағы ла ҡурҡынысыраҡ хөрәфәт йәшәй икән: сәғәт бүләк итеүҙе бында зыяратҡа “саҡырыу билеты” тоттороу тип тә ҡабул итәләр. Японияла сәғәт бүләк иткәнде дошманлыҡ иғлан итеү тип ҡарайҙар.
Беҙҙең ата-бабаларҙа сәғәт ғүмер ағышы менән бер ҡатарҙан ҡабул ителгән. Бөгөн дә биоэнергетиктар сәғәт бүләк итергә кәңәш бирмәй.
Фото: yandex.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ni-s-n-s--t-b-l-k-iterg-yaramay-625840/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан