Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 17:20

Коронавирусҡа бәйле хәл нисек?

Яңы йыл байрамы осоронда коронавирусҡа бәйле хәл нисек? Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.

Министр белдереүенсә, иң мөһиме, байрам осоронда инфекция менән хәл насар яҡҡа үҙгәрмәгән: ул тотороҡло һәм контролдә тотола. Үткән тәүлектә сирлеләр һаны 165 кешегә артҡан, дөйөм алғанда 20901 кеше был инфекцияны йоҡторған. Уларҙың 826-һы дауаханаларҙа дауалана. 72 пациент ауыр хәлдә, 11-е ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Үлгәндәр буйынса бөгөнгә яңы мәғлүмәттәр юҡ, дөйөм алғанда 155 кеше вирус ҡорбаны булған.
Дауаханаларҙа ковид менән сирләгән кешеләр өсөн урындарҙың 30 проценты буш. Бөтә дауалау учреждениелары ла дарыуҙар һәм шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән.
Коронавирустан вакцинациялауға килгәндә, алырға тейеш булған граждандар категорияһы беренсе прививканы яһатҡан, ошо арала уларға икенсеһе эшләнәсәк. Ошо арала алты мең доза вакцина килеүе көтөлә.
Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов фекеренсә, оҙайлы Яңы йыл ялдары республикалағы эпидемиологик хәлгә кире йоғонто яһауы ихтимал.
– Тест эшләүҙә етешһеҙлектәр булды: уны башҡарыуҙы 40 процентҡа кәметтек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш лаборатория ғына эшләне. Хәҙер ауыр сирлеләр күбәйеүе бар тигән хәүеф тыуҙы. Байрам көндәрендә үҫеш өс процент кимәлендә ине, – тине ул.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Koronavirus-a-b-yle-h-l-nisek-627018/
Читайте нас: