Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 17:00

"Халыҡтың йәненә теймәгеҙ!"

Быйылғы Хөкүмәттәге беренсе оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үтә мөһим булған мәсьәләләрҙән башланы.

Ул да булһа, Өфөгә көньяҡтан инә торған йүнәлештә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫешкән урында юл үткәргесте төҙөкләндереү һәм йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең артыуына бәйле граждандарҙың ҡәнәғәтһеҙлеге.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, ул бөгөн үҙе лә иртән тығынға эләккән һәм эшкә 30-40 минутҡа оҙағыраҡ килгән.
– Был мәсьәлә бик киҫкен тора. Беҙ баш ҡалабыҙға алып ингән иң мөһим юлды сикләйбеҙ. Төҙөкләндереү кәрәк, был тирәлә тығындар проблемаһын башҡаса хәл итеп булмаясаҡ, тик халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтар ҙа ҙур. Кешеләрҙең йәненә теймәгеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Хөкүмәткә юл үткәргес төҙөү ваҡытын ҡыҫҡартыу юлын табырға ҡушты.
“Проектты көслө команда башҡара, эшләй беләләр. Улар 11 айлыҡ срок ҡуйҙы, тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсһендәр, тыйыуҙар юҡ. Нисек булһа ла, ваҡытты ҡыҫҡартыр кәрәк, – тине ул. – Йөҙәрләгән мең кеше хәҙер көн һайын тығында торасаҡ, ваҡытын юғалтасаҡ”.
Радий Хәбиров ремонт арҡаһында тыуған уңайһыҙлыҡтарҙы мөмкин булғанса кәметергә, хәлде тулыһынса өйрәнергә ҡушты. Кәрәк икән, предприятиелар, белем биреү учреждениелары эше графигын үҙгәртеү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Был урында "Өфө-2" ҡаласығы булыуына ла иғтибар итергә, уға зыян килтермәҫкә ҡушты.
Был мәсьәләне йомаға тиклем өйрәнергә һәм ҡарар әҙерләргә ҡушылды.
Икенсе мөһим мәсьәлә – йылылыҡ өсөн түләүҙә хаҡтарҙың артыуы. Башҡортостан Башлығы был йәһәттән дә проблеманы ныҡлап өйрәнергә, әгәр ысынлап артыҡ түләйбеҙ икән, аҡсаны халыҡҡа кире ҡайтартырға ҡушты. Был мәсьәлә өҫтәмә рәүештә өйрәнеләсәк.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Hali-ti-y-nen-teym-ge-626933/
Читайте нас в