Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 16:44

"Балаларҙы ҡотҡарығыҙ"

Яңы йылдың тәүге аҙналары ауыр авариялар менән йәмһеҙләнде.

Иң насары – уларҙа бәләкәй балалар һәләк булды. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә был турала ла һүҙ булды.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, үткән аҙналығы аварияларҙа 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Шәмбе Күмертау янындағы юл-транспорт ваҡиғаһында ике еңел автомобиль бәрелешеп, ике бәләкәй бала һәм бер өлкән кеше вафат булһа, кисә Салауат районында ике автобус бәрелешеп, йәнә балалар һәләк булды.
Беренсе автобуста 15 кеше ултырған. Ундағы алты йәшлек малай менән 13 йәшлек ҡыҙыҡай һәләк булған. 10 кеше дауаханала, уларҙың дүртәүһе - балалар. Балалар ауыр хәлдә. Икенсе автобустағы водитель һәм бер пассажир шулай уҡ дауаханаға эләккән. Йәмғеһе 18 кеше йәрәхәтләнгән.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, урынға санавиация самолеты менән Республика балалар дауаханаһынан нейрохирург, реаниматолог, травматолог барған. Бөтә кәрәкле ярҙам урында күрһәтелгән. Әлегә йәрәхәтләнгән балалар тотороҡло ауыр хәлдә. Уларҙы Өфөгә күсереү мөмкин түгел. Был мөмкин булыу менән уларҙы баш ҡала дауаханаһына килтерәсәктәр.
Радий Хәбиров был йәһәттән балаларҙы ҡотҡарыу өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә, кәрәк булһа, Мәскәүгә махсус самолет рейсы ойошторорға ҡушты.
Асыҡланыуынса, ике автобус та бер предприятиеныҡы булған. Транспорт 2014 йылғы. Водителдәрҙең береһе белдереүенсә, уның алдында еңел автомобиль ҡапыл тормозға баҫҡан. Уның ыңғайына тормозға баҫҡан автобусты инерция буйынса ҡаршы һыҙатҡа сығарып ташлаған. Һәм унда ул икенсе автобусҡа бәрелгән.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: