Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 18:26

Ҡаты итте нисек йомшартырға?

Ҡатын-ҡыҙ күп ваҡытын аш-һыу бүлмәһендә үткәрә. Хужабикәләргә тормошто еңеләйткән иң кәрәкле туғыҙ кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Ҡатын-ҡыҙ күп ваҡытын аш-һыу бүлмәһендә үткәрә. Бигерәк тә байрамдарҙа күптәр яҡындарын тәм-том менән һыйларға бар тырышлығын һала. Хужабикәләргә аш-һыу әҙерләгәндә файҙалы кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ:
- лимондан күберәк һут алыу өсөн, уны биш минутҡа ҡайнар һыуға һалып тотоғоҙ;
- ҡулланып бөтмәгән һуғанды ниндәй ҙә булһа май менән -һылап ҡуйығыҙ – ул сифатын юғалтмаҫ;
- асылған томат пастаһын, уның ҡапҡасына әҙ генә ҡоро гәрсис һөртөп, йәки өҫтөнә ваҡ тоҙ менән май һылап, күгәреүҙән һаҡларға була;
- һулый башлаған йәшелсәләрҙе алдан ҡайнар, аҙаҡ һалҡын һыуға тығып алып “терелтергә” була;
- картуфты әрсемәй бешергәндә уның ҡабығы ярыла. Ярылмаһын өсөн, һыуға бер нисә тамсы аш һеркәһе тамыҙығыҙ;
- ҡаты итте кеүәҫ, әсегән һөт, ҡыяр, кәбеҫтә йәки сөгөлдөр тоҙлоғонда тотһағыҙ, ул йомшарасаҡ;
- балыҡты бер-ике көн дауамында һыуытҡысһыҙ ҙа һаҡларға була. Эсен таҙалап, эре тоҙ менән эсен-тышын ышҡығыҙ һәм шәкәр ҡушылған аш һеркәһенә (0,5 литр һеркәгә - 1-2 киҫәк шәкәр) манылған сепрәккә төрөп ҡуйығыҙ;
- һөттә бешкән тәмле бутҡа ашағығыҙ килһә, дөгө, тары, һоло кеүек ярмаларҙың һөттә һыуға ҡарағанда оҙағыраҡ бүрткәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шуға күрә уларҙы алдан һыуҙа күпертеп, аҙаҡ һөттә бешереп бөтөрөргә кәрәк;
- асыҡ кәстрүлдә бешергәндә 20 процент тирәһе витамин юҡҡа сыҡһа, ҡапҡасын ябып бешергәндә был күрһәткес биш проценттан артмай.
Фото: Тwitter.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/ati-itte-nisek-yomshartir-a-624167/
Читайте нас: