Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 18:19

“Ғаиләм тарҡалыу өҫтөндә...”

Нәфисә исемле ҡатын, хәлемде яҡындарыма һөйләй алмайым, бәлки, башҡа кешеләр ситтән ҡарап, тейешле һүҙен әйтә алыр, тигәйне.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә Нәфисә исемле ҡатындың күңел серен еткермәксебеҙ. Бәлки, уға әйтер кәңәштәрегеҙ булыр. “Хәлемде яҡындарыма һөйләй алмайым, бәлки, башҡа кешеләр ситтән ҡарап, тейешле һүҙен әйтә алыр”, – тигәйне ул.
“Миңә, ысынлап та, әлеге мәлдә ярҙам кәрәк. Ғаиләм тарҡалыу өҫтөндә, ә минең башымда – мең төрлө уй, бер ҙә осона сығып, ҡарар ҡабул итә алмайым.
Ирем менән осраҡлы ғына тиерлек таныштыҡ, никах уҡыттыҡ, туй ойошторҙоҡ. Иҫ киткес хистәр, мөхәббәт булманы ла – бергә йәшәй башлағас, һәммәһе лә килер әле, тип өмөтләндек. Ни тиһәң дә, икебеҙ ҙә утыҙҙы үткән инек, унан тыш, шул тиклем әсәлек бәхетен татып ҡарарға хыялландым. Әммә бала өсөн яҡшы атай кәрәклеген дә аңлайым, шуға ла эсмәгән, тартмаған, эшлекле, булдыҡлы ирҙе эҙләнем. Кейәүгә сыҡҡан кешем нәҡ шундай тойолдо.
Әммә йәшәй башлағандың тәүге көндәренән үк “эсмәгән” ирем өсөн бының шартлы төшөнсә икәнеген аңланым. Баҡһаң, ул һирәк, әммә берәгәйле эсә икән. Унан инде иремде алмаштырып ҡуялармы ни! Ни ҡылғанын, ни әйткәнен бөтөнләй хәтерләмәй... Ярар, бындай хәлдәр йыш булмағанға күрә, түҙергә булалыр, тип өндәшмәҫкә тырыштым. Сөнки, ни тиһәң дә, ирем хужалыҡсан кеше, эшендә дә белгес булараҡ яҡшы баһалана.
Әммә уның һаранлығы менән нимә эшләргә? Кейәүгә сығып өс ай үткәс, ауырға ҡалдым. Балаға кәрәк-яраҡтарҙы тулыһынса үҙем һатып алдым: сепрәк-сапраҡтан башлап карауатына тиклем. Ә бит ул да эшләй ине! “Әйҙә балаға шуны-быны алайыҡ”, тиһәм, яуап һәр саҡ бер: “Аҡсам юҡ”.
Ул ҡайһы саҡта аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары алһа ла, эш хаҡының өстән бер өлөшөн дә тотонмағанын белә инем. Әммә бәхәсләшеп, тауыш күтәргәнсе тинем дә, үҙ аҡсамды тотондом. Әммә был дөрөҫмө ни?..
Ошолай биш йыл үтеп китте. Икенсе бала тыуҙы. Инде икенсе тапҡыр мин йылытылмаған, йылы һыу булмаған йортҡа ҡайттым. “Сабыйҙы йыуындырырға кәрәк бит, сара күрәйек!” тиеүемә: “Йорт йылы, юҡҡа мыжыйһың, ә балаларҙы сыныҡтырырға кәрәк”, – тип ҡул һелтәне лә ҡуйҙы.
Икенсе балаға йәш ярым тулғансы эшкә сыға алманым. Ирем мыжый-мыжый аҙыҡ-түлеккә аҡса биреп торҙо, коммуналь түләүҙәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Әммә бының менән генә тормоштоң кәрәк-яраҡтары теүәлләнме ни? Балалар үҫә башлағас, карауаттарын алмаштырырға кәрәк, етмәһә, телевизор ҙа боҙолдо. Ирем ул сығымдар өсөн аҡса биреүҙән ҡырҡа баш тартты.
–Телевизор нимәгә кәрәк ул? Унан юҡ-бар ғына күрһәтәләр, башымды ҡатырма, – булды яуабы.
Бәлки, мин иремә зарланып насар эшләйемдер? Әммә ул уртаҡ проблемаларҙы гел миңә япһара ла ҡуя – шул йәнемде көйҙөрә.
Балалар үҫкән һайын, уның ни тиклем моңһоҙ атай икәнлегенә лә төшөнә барам. Урамға йөрөргә сыҡһалар, ул хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бар тип тә белмәй, йылға буйына һыу инергә барһаҡ, ике йәшлек баланы һауа тултырылған матраста бер үҙен йөҙҙөрөп ебәреүе ихтимал, велосипедҡа ултыртһа ла, шлем кеүек сараларҙы инҡар итә. Йыуылмаған йәшелсә-емеш ашатҡанын әйтеп тә тормайым. Дәғүәләшһәм: “Беҙ бала саҡта нимә генә эшләмәнек – иҫәнмен бит”, – тип ҡул һелтәй ҙә ҡуя.

Был ваҡ-төйәктәр янында иремдең минең һаулығыма ҡарата булған мөнәсәбәте бигерәк аптырата. Сирләп киткәс, түләүле анализдар тапшырырға кәрәк ине. “Былай ҙа дауаланырға була”, – тип аҡса бирмәне. Унан йәй көнө ике балам менән диңгеҙ буйына барып ҡайтҡанымды иҫемә төшөрҙө: йәнәһе, аҡса туҙҙырып йөрөмәҫкә ине. Ә мин бит диңгеҙгә ял өсөн түгел, ә балаларҙың сәләмәтлеге өсөн барҙым! Өлкән ҡыҙым бронхиттан йонсой, бәләкәсе лә ҡыш буйы сирләүҙән бушамай. Табип һаулыҡтары нығынһын өсөн климат яңыртырға, шифалы диңгеҙ һауаһын һулдарға ҡушҡайны. Әйткәнебеҙсә, йортобоҙ һыуыҡ, ремонт талап ителә, әммә ирем өшөмәгәс, уның башҡаларҙа эше юҡ. Ә йортто рәткә килтерерлек аҡсаһы бар икәнлеген беләм.
Өйләнгәндән һуң киноға ла, театрға ла, ғөмүмән, бер ҡайҙа ла бергә сығып йөрөгәнебеҙ юҡ. Ҡайһы саҡта, күңелем үтә тулғанда, бер үҙем барып киләм.

Отпуск етһә лә, бәхәс: ул палаткала йоҡларға, ҡырағай тәбиғәт ҡосағында балыҡ ҡармаҡларға ярата, ә мин биш һәм ике йәшлек балалар менән урман-ҡырҙар буйлап йөрөгөм килмәй. Ә бәләкәстәр өсөн үтә кәрәкле диңгеҙгә уның барырға теләге юҡ.
Бына шулай, бер-беребеҙгә сит кешеләр кеүек йәшәйбеҙ. Ә мин 36 йәшемде саҡ уҙҙым! Ирем, балаларым менән бергәләп, ихласлап йәшәге, ял итәһе килә, әммә бының урынына мәңгелек бәхәс, үпкә, ауыр уйҙар ғына.
“Кейәүгә сығып, бала табып өлгөрөргә кәрәк” тигән фекерҙән сығып, яратмаған кешегә кейәүгә сығыуым хата булдымы икән? Яратыу тойғоһо аҙаҡ, мин көткәнсә, килмәне...
Дөйөм алғанда, иремдең яҡшы яҡтары ла күп икәнлеген аңлайым, ҡайһы бер етешһеҙлектәренә лә күҙ йоморға була. Балаларын да, нисек кенә булмаһын, ташламаясаҡ. Әммә дәртләндереп торған, йәшәү көсө биргән йылы мөнәсәбәттәр булмағас, ғаилә тормошоноң ҡыҙығы бөттө. Ҡайһы саҡта: “Айырылышырға ла ҡуйырғамы?” – тип уйлайым, сөнки минең дә һөйөп-һөйөлөп йәшәгем килә.
Әллә яңылышаммы икән? Нимә эшләргә миңә? Кәңәш бирегеҙ дуҫтар!”
Нәфисәнең кисерештәре һеҙҙә ниндәй уй-тойғолар уятты, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ? Уға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Комментарийҙар көтәбеҙ!
Фото: media.pravoslavie.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/ail-m-tar-aliu--t-nd-627156/
Читайте нас: