Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 17:30

500 грамлыҡ сабый ҙа йәшәргә тырыша...

Коронавирус эпидемияһына ҡаршы көрәшеү менән бергә һаулыҡ һаҡлау тармағында башҡа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә быуа быуырлыҡ.

Вирустың таралыуына ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, сабыйҙар илай-илай донъяға килә.
Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуарынан сентябргә тиклемге осорҙа ғына 31 меңгә яҡын сабый тыуған. Шуларҙың 6,6 проценты, йәғни 1911 бала, яҡты донъяға бик ашығып, етлекмәй тыуған. Бәләкәстәрҙе тейешле нормаға еткереү, тәрбиәләү өсөн күпме тырышлыҡ, күңел йылыһы, фиҙакәрлек кәрәк!
Беҙҙең неонатологтар ысын мәғәнәһендә мөғжизә яһай, хатта 564 грамм ауырлығында ғына тыуған сабыйҙарҙы үҫтерә, кеше итә! Оло кешенең усына һыйырлыҡ бындай ауырлыҡтағы сабыйҙарҙы йәшәтеү өсөн табиптарҙан тәжрибә, белем, күнекмә, профессионаллек талап ителә. Хатта донъя практикаһында ла ярты килограмлыҡ сабыйҙарға ғүмер бүләк итеү һирәк осрай. Был - беҙҙең неонатологтарҙың ҙур ҡаҙанышы һәм баһалап бөткөһөҙ оҫталығы.
Ярты килограмлыҡ ҡына булып донъяға килһәләр ҙә, сабыйҙар йәшәргә тырышып, көндән-көн ауырлығын арттыра, табиптарҙы һәм ата-әсәләрҙе һөйөндөрә.
Фото:MO.sondakika.com
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/500-gramli-sabiy-a-y-sh-rg-tirisha-626268/
Читайте нас: