Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ғинуар 2021, 00:38

"Улдарымды ҡорбан иткәнсе, мине генә алһаңсы!.."

Кешенең бәләкәй генә йөрәге күпме ҡайғы күтәрә ала икән? Бер Хоҙай белә...Тәүҙә, малайҙарының береһенә ете, икенсеһенә өс йәш булғанда,

ире үлеп ҡала Сәғүрәнең. Ауырымай-нитмәй, ҡапыл була уның үлеме. Иртән йылмайып эшенә китә, кис таныш түгел, баҙ аҫтынан сыҡҡандай тоноҡ тауыш ауыр хәбәр еткерә ғаиләгә...

Инсульттан киткән, тиҙәр, әммә мәйетте йыуған ирҙәр быға шик белдерә: "тәнендә күк ерҙәре, башында күпкән урындары бар, ай-һай, үҙ үлеме менән үлгәнгә оҡшамаған". Бер ҡасан да һаулығына зарланмаған иренең ҡапыл үлеп китеүе шикле тойолһа ла, Сәғүрә тикшертеп йөрөмәй, яҙмышына күнә, уның өсөн хәле лә, йөрәге лә етмәҫ ине барыбер.

...Яңғыҙ ҡалған ҡатынға ике бәләкәй баланы үҙ әсәһе ҡараша, рухи яҡтан да ҙур терәк була. Йәшләй генә тол ҡалһа ла, икенсегә кейәүгә сығыу тураһында уй башына инеп тә сыҡмай, бар көсөн, наҙын, сәләмәтлеген малайҙарын тәрбиәләүгә бирә Сәғүрә. Уларҙы киләсәктә атайҙары кеүек ҡыйыу, изге йөрәкле, намыҫлы, ысын ир-егет итеп күҙ алдына баҫтыра. Ғәзиздәре тиҫтерҙәренән кәм булмаһын тип ике урында йүгереп йөрөп эшләй, уларҙы түңәрәктәргә, секцияларға йөрөтөргә лә өлгөрә, атайһыҙ булыуҙарын тоймаһындар өсөн барыһын да эшләй.

Тырышлығы бушҡа китмәй: малайҙарының икеһе лә, әсәне ҡыуандырып, тәртипле булып үҫә, яҡшы уҡый. Бер-бер артлы үҫә барған үҫмерҙәрҙең икеһе лә юғары уҡыу йорттарына инә, гел алдынғылар рәтендә йөрөй, институтты уңышлы тамамлап эшкә урынлашалар. Ыңғай ғына, үҙе юл һыҙғанса барған тормошона әсәнең шатлығының сиге булмай. Артабанғы этап — улдарын башлы-күҙле итеп, ейәндәр һөйөү. Ҙур, татыу ғаилә килеп баҫа шулай уйлаған ҡатындың күҙ алдына.

Тик барыһы ла кеше үҙе теләгәнсә генә барһа икән дә ул... Уйламағанда көтмәгән яҡтан ҡайғы һеңгәҙәтә һуға — бәләкәй улы эштән ҡайтып килгәндә яман әҙәмдәрҙән туҡмалып дауаханаға эләгә. Табиптар күпме генә тырышмаһын, ауыр йәрәхәттәренән мандый алмай ғәзизе. 24 йәшендә генә... Бала ҡайғыһынан бөгөлөп төшкән ҡатынға оло улы ныҡлы терәк була, әсәһе янынан китмәй ҡарай, бөтә хәстәрҙе үҙ өҫтөнә ала.

Үҙ балаһының йыназаһын күргән әсәгә ҡара ҡайғыһынан арыныр, яйлап ысынбарлыҡҡа ҡайтыр өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк була. Тормош иһә дауам итә — бер көн өлкән улы өйләнеү тураһында һүҙ сығара. Әллә ни гөрләтмәй генә мәжлес үткәреп, киленде үҙҙәренә алып ҡайталар. Бер йылдан ейәнсәрҙәре донъяға килеп, тормоштарын йәнләндереп ебәргәндәй итә. Ошо бәләкәй генә йән эйәһе Сәғүрәгә ныҡлап аяғына баҫырға көс бирә лә инде, өләсәй вазифаһы бурыстарын атҡарырға башкөлләй сума ҡатын.

...Теүәл ете йылдан ғазраил тағы ишек шаҡый — аяуһыҙ сир икенсе улының да йәнен ҡыя. Балаһын, күҙ нурын, тәртип-йола буйынса ҡуйырға ла насип булмай хатта... Шуға тәүҙә әсә йөрәге ышанмай, улы бына-бына ҡайтып инер төҫлө тойола. Ә инде өсөн, етеһен, һуңынан ҡырҡын уҡытҡас ҡына, ниһайәт, аңына барып етә лә яҙмышына рәнйеп: "Ниндәй гонаһтарым өсөн миңә бындай яза? Балаларымды ҡорбан иткәнсе, мине генә алһаңсы!.." - тип үкһеп илап аяҡтан йығыла.

Ярым тере, ярым үлек хәлдәге Сәғүрә 80-дән өҫтәге әсәһе, ете йәшлек ейәнсәре өсөн үҙе лә ҙур хәсрәткә әйләнә, өйҙө ауыр тынлыҡ баҫа. Бындай халәттә күпме ятыр ине икән сиргә һабашҡан ҡатын, әйтеүе ауыр, әгәр ҙә... Бер көн уяулы-йоҡоло ятҡан Сәғүрә төш күрә: яҡты ҡояшлы көн, тирә-яҡта йәшеллек, сәскәләр. Үҫмер улдары матур аҡ күлдәктәрҙә шул сәскәләр араһында бер-береһе менән уҙыша, шаяра. Йылмайған йөҙҙәре лә асыҡ күренә. Шатлығынан сәсәй яҙып, әсә уландарын тоторға ынтыла, ә улары көлә-көлә тау яғына ҡарай йүгерә...

Иртән әллә ниндәй аңлатып булмаҫлыҡ күңел күтәренкелеге, еңеллек менән килеп тора Сәғүрә һәм оло улының үлгәненә ярты йыл тигәндә янына килеп баҫҡан ейәнсәренә тәүге тапҡыр йылмайып ҡарай ҙа: "Улдарым бергә, уларға унда рәхәт..." - тип бышылдай һәм баланы ҡосаҡлап ала...


Фото: Pinterest

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: