Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ғинуар 2021, 20:29

Халыҡ йылылыҡ өсөн ниңә күп түләй?

Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн түләү квитанцияларында хаҡтың юғары булыуы тураһында белдерә. Власть органдары был мәсьәләне ныҡлап өйрәнә башланы.

Күптән түгел Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев был турала социаль селтәрҙәрҙә лә яҙып сыҡты.
“2021 йылдың ғинуарынан республика халҡы декабргә йылылыҡ өсөн түләү квитанциялары алды. Ҡайһы берҙәрендә суммаларҙың алдағы айҙарҙан күпкә юғары булыуы күҙәтелә. Был халыҡ яғынан күп һанлы ялыуҙарға килтерҙе. Ялыуҙарҙы өйрәнгәс, шул асыҡланды: уларҙың иң ҙур өлөшө “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өлөшөнә тура килгән. Кешеләр фатирҙары өсөн дә артыҡ түләүҙе белдерә. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса сираттағы эштәр башҡарылды:
1. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәренән торған ведомство-ара эш төркөмө формалаштырылды. Уларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә килеп сыҡҡан хәлдең сәбәптәрен асыҡларға, түләүҙәрҙе дөрөҫ билдәләүҙе тикшерергә һәм бирелгән йылылыҡ энергияһын контролдә тотоу буйынса тиҙ арала тикшереү үткәреү мөмкин булған саралар тәҡдим итергә ҡушылды;
2. Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының идара итеүсе компаниялар һәм РСО менән тотонолған коммуналь ресурстарҙы тапшырыуҙы автоматлаштырыу, күп фатирлы йорттарҙа энергия һаҡлаусы сараларҙы тормошҡа ашырыу, торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе контролдә тотоу буйынса йәмәғәт институттарын үҫтереү йәһәтенән ойошторолған эштең үтә түбән кимәлдә булыуы билдәләнгән. Бында идара итеүсе компаниялар һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың йылылыҡ өсөн түләүҙе билдәләгән эшмәкәрлеген анализлау, оператив хеҙмәттәшлек итеү, оператив реакция булдырыу, халыҡ менән аңлатыу эше алып барыу буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырырға ҡушылды.
Шулай уҡ халыҡ менән хеҙмәттәшлек итеү эшенә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ла ҡушылды”, – тип яҙҙы Борис Беляев.
Фото: башинформ
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: