Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ғинуар 2021, 16:19

Әбйәлилдә 19 баш мал янған

Төнгө янғындарҙан шулай уҡ кешеләр ҙә зыян күргән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам көндәрендә янғындар дауам итә. Уҙған тәүлектә шулай уҡ Өфө, Благовещен, Әбйәлил һәм Ишембай райондарында янғындар теркәлгән, уларҙа кешеләр зыян күргән.
Янғындың береһе Өфөлә киске 9-ҙа була. Губкин урамында күп ҡатлы йортта фатир яна башлай. Ҡотҡарыусылар өс кешене алып сыға, 1960 йылғы ир йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Тағы бер янғын кисә төн менән Благовещен районындағы баҡсасылар ширҡәтендә сыға. Бында 1955 йылғы ҡатын зыян күрә, уны тән бешеүе менән дауаханаға алып китәләр. Ут баҡса йортон эштән сығара.
Бөгөн таңғы 3-тә Өфө ҡалаһының Ибраһимов бульварындағы йортта ике бүлмәле фатир яна башлай. Бында 1974 йылғы ир зыян күрә. Ошо уҡ төндә янғын Ишембай районының Кузнецовский утарында сыға. Бында урындағы ирекле янғын һүндереүселәр утты ваҡытында һүндерә, 1989 йылғы ҡатын йәрәхәтләнә.
Әбйәлил районының Рауил ауылында сыҡҡан янғында кешеләр йәрәхәтләнмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һарайҙағы 13 баш эре мал һәм алты баш һарыҡ яна.
Был хәлдәр тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Һәр осраҡ буйынса белгестәр шөғөлләнә, янғындың сәбәптәрен асыҡлай. Ведомство һәр кемде ут менән һаҡ булырға, тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: