Юҡһа бөтә уңыштарығыҙҙың селпәрәмә килеүе бар. Аҡсаға килгәндә, йыл әйләнәһенә уға ҡытлыҡ кисермәйәсәкһегеҙ. Һөйөклөгөҙ менән мөнәсәбәттәр – тел-теш тейҙергеһеҙ! Шикләнеүҙәр менән генә араға һыуыҡлыҡ йүгермәһә… Сәләмәтлек мәсьәләһендә лә борсолорға урын юҡ. Шулай ҙа ыңғай фекер йөрөтөргә, юҡҡа-барға үҙегеҙҙе бөтөрмәҫкә өйрәнеү кәрәк буласаҡ.
Буға (21.04 – 20.05)
Сабырлыҡты йыйып, бик ҡаты эшләргә әҙер тороғоҙ. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар аша үтергә лә тура килер ахыры. Әммә күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, барыһы ла бик яҡшы килеп сығасаҡ! Һөҙөмтәһе финанс яҡтан муллыҡ менән ҡыуандырасаҡ. Йәғни, кеҫәләрегеҙ буш тормаясаҡ. Ләкин эс бошҡандан ғына аҡса туҙҙырмау әйбәт. Йәйен кәрәгерәк әйберҙәргә байтаҡ ҡына аҡса талап ителәсәк.
Мөхәббәт өлкәһендә ваҡыт-ваҡыт күңелгә һары май булып ятырҙай тынлыҡ урынлашасаҡ. Шундай миҙгелдәрҙә күңелегеҙҙең ысынында нимә теләүенә төшөнәсәкһегеҙ. Балаларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән әленән-әле һөйөндөрөп торасаҡ. Сәләмәтлегегеҙ тәртиптә буласаҡ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Яратҡан эшегеҙ ялҡыта башлауы ихтимал. Шуға күрә эш урынын алмаштырыу теләге пәйҙә булырға мөмкин. Әмма ашыҡмағыҙ әле! Сабырлыҡ төбө – һары алтын, тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, әкрен генә эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ. Шулай итеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа ла менеп китәсәкһегеҙ. Аҡса мәсьәләһендә – тәртип. Хеҙмәт хаҡығыҙ артасаҡ, премиялар йыш биреләсәк. Ләкин шикле эштәргә тартып индереүҙәренән генә һаҡ булығыҙ: һаҡлыҡ аҡсағыҙҙы елгә осороу ҡурҡынысы бар. Туғандар араһында үпкә-рәнйештәр онотолоп, асыҡтан-асыҡ эскерһеҙ һөйләшеү көтөлә. Шунан һуң бик еңел булып китәсәк.
Сәләмәтлеккә килгәндә, ваҡ-төйәк сирҙең хроник ауырыуға әүерелеп китеүе бар. Шуға күрә организмда әҙ генә үҙгәреш һиҙеүгә, табипҡа күренеү әйбәт. Йәй аҙағы – көҙ башынан торошоғоҙҙоң һәр өлкәһендә ыңғай ғына килеп тора башлаясаҡ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Йыл башында бик нык арығанлыҡ хисе баҫырға мөмкин. Әммә бирешмәҫкә! Һеҙҙе бер кем дә ниәтегеҙҙән кире ҡайтара, юлығыҙға ҡаршы төшә алмаҫҡа тейеш. Алға ҡуйылған маҡсатығыҙға табан үҙ һүҙләнеп алға барһағыҙ, зарығып көтөлгән уңышҡа, һис шикһеҙ, ирешәсәкһегеҙ. Финанс өлкәһе өсөн борсолорға түгел. Йортоғоҙҙа йыл дауамында муллыҡ хөкөм итәсәк. Шулай ҙа бурысҡа аҡса биреп тормау хәйерле: бурысҡа инеүселәр менән тауыш-ғауға сығыу ҡурҡынысы бар. Иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ. Сит илдәрҙең шау-шыулы курорттары, экзотик экскурсиялары урынына үҙебеҙҙең ябай ғына шифахананы һайлағыҙ. Шулай икән, барыһы ла һәйбәт буласаҡ.
Арыҫлан (23.07 – 23.08)
Үҙгәрештәр осоро етә. Эштән ҡәнәғәтһеҙлек хисе көсәйгәндән-көсәйә барасаҡ. Элекке эш урынында ҡалырғамы, әллә яңыһын табырғамы – икеһенең береһен һайларға тура киләсәк. Хафаланмағыҙ: эске һиҙемләүегеҙ бик дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итәсәк. Аҡсаны юҡҡа-барға исраф итмәгәндә, ғаилә бюджетында көйһөҙлөктәр килеп сыҡмаясаҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең бик ныҡ ғашиҡ булыуы мөмкин. Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ һөйөндөрәсәк. Улар бик күп эштәрегеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә иң элек дөрөҫ туҡланыуҙы иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк буласаҡ. Майлы, татлы, ҡамыр ризыҡтарын кәметеү яғын ҡарарға кәрәк.
Ҡыҙ (24.08 – 22.09)
Ваҡытлыса ауырлыҡтар арҡаһында эш алмаштырыуға тиклем барып етмәҫкә! Бер аҙ түҙһәгеҙ, барыһы ла элекке хәленә ҡайтасаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән үҙ-ара аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығырға мөмкин. Әммә әҙәпле һәм тыйнаҡ булыуығыҙ тауыш сығыуҙан ҡотолоу мөмкинлеге бирәсәк. Йыл башында аҡса менән проблемалар килеп сығырға мөмкин. Уйланылмаған сығымдар күп – шуға шулай. Борсолмағыҙ: йыл урталарында финанс хәлегеҙ бик нык яҡшырасаҡ. Ғаиләлә – тыныслыҡ. Хәләлегеҙ менән уртаҡ тел таба алмау кеүек ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр уҙғанда ҡаласаҡ. Ә яңғыҙҙар үҙҙәренең мөхәббәттәрен табасаҡ. Бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Яҙмыш һеҙҙе һәйбәт кеше менән ҡауыштырасаҡ.
Сәләмәтлеккә килгәндә, уның тураһында артығын ҡайғыртаһығыҙ, юҡтан ғына да үҙегеҙҙә төрлө сирҙәр “табаһығыҙ”, шуға …. йыш ауырыйһығыҙ. Киләһе йылда буласаҡ бер хәл был ғәҙәтегеҙҙе юҡҡа сығарып, үҙегеҙҙе бермә-бер яҡшыраҡ хис итә башлауға килтерәсәк.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Һеҙҙең өсөн бик уңышлы йыл. Эштәрегеҙ күп буласаҡ һәм улар үҙегеҙгә иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек хистәре килтерәсәк. Яңы таныштарығыҙ аҡсалыраҡ эшкә күсергә йәки юғарыраҡ вазифаға күтәрелергә ярҙам итәсәк. Етәксегеҙ һәр бер эшегеҙҙе тейешенсә баһалаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт хаҡы ла шәп, премияларға ла өмөт итеп буласаҡ. Көҙөн яҡындарығыҙ үҙегеҙҙе ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырасаҡ. Ғаиләлә – именлек. Әмма гел эш кенә булмаһын. Һөйөклөгөҙ, балаларығыҙ тураһында ла онотмағыҙ. Иғтибар-ҡайғыртыуығыҙ ваҡ-төйәк тауыш-ғауға, үпкә-рәнйештәрҙән һаҡлап ҡаласаҡ. Сәләмәтлек өсөн борсолорға тура килмәйәсәк. Шулай ҙа иммун системаһын нығытыу өсөн һыу менән дуҫ булыу – йышыраҡ мунса инеү, бассейнға йөрөү, йәйен күлдәрҙә ҡойоноу һәйбәт.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай йыл көтә. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торасаҡ, эшлекле, булдыҡлы булыуығыҙ күптәрҙе көнләштерәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә ҙурыраҡ вазифаға күтәрелеү ихтималлығы ғәйәт ҙур. Аҡсаға килгәндә, етәксегеҙ уңыштарығыҙҙы күрәсәк, әммә хеҙмәт хаҡын арттырырға атлығып тормаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләлә үҙегеҙҙең беренсе булып һүҙ әйтеүегеҙ зыян итмәйәсәк. Уның ҡарауы, ситтән аҡса эшләү юлдары сығып ҡына торасаҡ. Сир-сорға бирешмәҫ өсөн эште ял менән сиратлаштырыу һәйбәт булыр. Юҡһа стресҡа бирешеүҙәр булырға мөмкин.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эштә баш әйләндергес уңыштарға ирешәсәкһегеҙ! Әммә уяуыраҡ булығыҙ. Эргәгеҙҙә көнсөлдәр һәм үҙегеҙҙе дошман күреп йөрөүселәр пәйҙә булырға мөмкин. Улар менән асылып һөйләшә күрмәгеҙ. Серҙәрегеҙҙе бары тик яҡындарығыҙға ғына сисегеҙ. Аҡса тигәндә, уның һанағанды яратыуын беләһегеҙ. Шуны онотмағыҙ. Был мәсьәләлә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаһа ла, артығын сығымламау яҡшыраҡ. Кредиттарығыҙ өсөн борсолаһы юҡ: улар хатта ваҡытынан алда түләнеп бөтәсәк. Ғаиләлә үтә лә бәхетле, тыныс, мул осор етәсәк. Һөйөклөгөҙ үҙегеҙҙе тик күтәреп кенә йөрөтәсәк – ярты һүҙҙән аңлаясаҡ, байрамдарҙа затлы бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ. Сәләмәтлек тә, юҡ-бар һалҡын тейеүҙәрҙе һанамағанда, йыл дауамында әллә ни һынатмаясаҡ.
Кәзәмөгөҙ (22.12 – 20.01)
Быға тиклем хәл итеп булмай кеүек тойолған проблемаларҙың осона сығыу өсөн үтә һәйбәт мөмкинлектәр асыласаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең дә ярҙамы ҙур буласаҡ. Бары тик уларға өҫтән генә ҡарамаҫҡа… Аҡса янсығы ла йыл дауамында ҡыштырҙап торған ҡағыҙҙарҙан өҙөлмәйәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә барлыҡ бурыстарҙан, хатта ҙур ғына кредиттарҙан да ҡотола аласаҡһығыҙ. Ләкин аҡсаны шикле эштәргә йәлеп итеүҙән һаҡ булығыҙ – “яныу” ҡурҡынысы ҙур. Бәхеткә, ғаилә тормошонда ла бер ниндәй тетрәнеүҙәр көтөлмәй. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр тағы ла нығынып, бер-береңә ҡарата йылы хистәр көсәйәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, аяҡта йөрөп уҙғара торған ваҡ-төйәк сирҙәрҙән ҡала, башҡа бер нимә лә борсомаясаҡ. Профилактика саралары күрелһә, улары ла урап уҙасаҡ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Эштә барлыҡ “баш ауыртыуҙар” үткәндә ҡаласаҡ. Һәйбәт хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе хеҙмәткәргә әйләнәсәкһегеҙ. Шуға күрә финанс мәсьәләһендә барыһы ла ал да гөл буласаҡ: бик ҡиммәтле әйберҙәр алырға уйлаһағыҙ ҙа, бурысҡа кермәйәсәкһегеҙ. Ғаиләлә лә борсоуға һалырлыҡ бер нимә лә булмаясаҡ. Ә инде балаларығыҙҙың күңелле мәшәҡәттәре якты киләсәккә ғәләмәт ҙур өмөттәр уятасаҡ. Бынан тыш йәй урталарындағы бер ваҡиға матди хәлегеҙҙең иҫ киткес яҡшырыуына ишаралаясаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә былайыраҡ: организмығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ, уны артыҡ ҙур көсөрәнештә эшләргә мәжбүр итмәгеҙ. Туҡланыуға иғтибарлы булығыҙ, спорт, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тырышығыҙ. Юҡһа һыуыҡ тейеү кеүек юҡ-бар сирҙәр йәбешергә генә торасаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Әкрен барған тиҙ етер. Һеҙҙең өсөн был йылдың девизы ана шундай. Эштәрегеҙҙе бик ентекләп планлаштырып, ашыҡмыйынса, ипләп кенә башҡарһағыҙ, маҡсаттарығыҙға, һис шикһеҙ, ирешмәйенсә ҡалмаясаҡһығыҙ. Аҡса тигәнебеҙ кеҫәгеҙгә үҙе үк инәм-инәм тип торасаҡ. Яҙмышығыҙ ҡиммәтле бүләктәр һәм матди сюрприздар менән ҡыуандырасаҡ. Ғаилә мәсьәләһендә былайыраҡ: тормошоғоҙҙоң ҡалған барлыҡ өлкәләрен күләгәлә ҡалдырасаҡ ул. Яҡындарығыҙ һәм балаларғыҙ менән аралашыу ғәйәт ҙур ҡәнәғәтлек хисе бирәсәк. Ғөмүмән, ваҡытты ғаилә ҡосағында уҙғарыуҙан да яҡшыһы булмаясаҡ. Йыл урталарында яңғыҙ Балыҡтар үҙҙәренең мөхәббәтен осратасаҡ. Сәләмәтлектә, тфү-тфү, насар булмаясаҡ. Шулай ҙа актив ял иткәндә, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү зыян итмәйәсәк.