Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Ғинуар 2021, 00:12

Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Һәр яңы йыл үҙе менән бергә яңы үҙгәрештәр ҙә килтерә. Шул иҫәптән ҡануниәт өлкәһендә лә төрлө яңылыҡтар көтөлә. 2021 йыл да был йәһәттән иҫкәрмә түгел. Шулай итеп, киләһе йылда ниндәй үҙгәрештәр буласаҡ?

Пенсия хаҡында

2021 йылдан 45 йәше тулған граждандарға уларҙың буласаҡ пенсия күләме хаҡында хәбәр итә башлаясаҡтар. Бындай мәғлүмәтте автомат рәүешендә дәүләт хеҙмәттәре (gosuslugi.ru) порталы һәм Рәсәй Пенсия фондындағы шәхси кабинет аша ҡарап буласаҡ. Шулай итеп, граждан үҙенең пенсия йыйылма аҡсаһы һәм киләсәктә уның күпме буласағы хаҡында белеп барасаҡ. Был пенсия түләүҙәрен алдан белеү мөмкинлеген бирәсәк, һөҙөмтәлә уның күләмен арттырыу хаҡында алдан хәстәрлек күреп буласаҡ.

Әгәр кеше дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлмәгән һәм Рәсәй Пенсия фондында шәхси кабинеты юҡ икән, ул кәрәкле мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһенән белешә ала.

“Дача амнистияһы”

Баҡсасылыҡ өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәләрендә урынлашҡан баҡса һәм торлаҡ йорттарға хоҡуҡ – “дача амнистияһы” – баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән ерҙә һалынған баҡса һәм торлаҡ йорттарға хоҡуҡты теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибе 2021 йылдың 1 мартына тиклем ғәмәлдә ҡала. Тап ошо көнгә тиклем граждандар күсемһеҙ милеккә хоҡуғын ябайлаштырылған тәртип буйынса теркәү мөмкинлегенә эйә.

Баҡса йәки торлаҡ йортҡа хоҡуҡты теркәү өсөн иң элек кадастр инженерын саҡыртырға кәрәк. Ул йорттоң техник планын төҙөйәсәк. Артабан йортто кадастр иҫәбенә ҡу­йыу һәм уға хоҡуҡты теркәү ту­ра­һындағы ғариза менән күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итеү зарур. Тағы бер нәмәне оноторға ярамай: ғариза менән бергә кадастр инженеры әҙерләгән техник план яҙылған дискты ла тапшырыу мотлаҡ.

Ошо үрҙә әйтелгән эште киләһе йылдың 1 мартына тиклем башҡарып өлгөр­мә­гәндәргә урындағы үҙидара органына күсемһеҙ милек объектын төҙөй башлау тураһында белде­реү ҡағыҙы ебәрергә, уға тейешле документтарҙы теркәргә, төҙөлөш тамамланғас, был хаҡта ла хәбәр итергә тура киләсәк. Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, граждандан төҙөлөштөң тамамланыуы тураһындағы белдереүҙе һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алғандан һуң, ете эш көнөндә “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығына күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыуға һәм уға милек хоҡуғын теркәүгә документтарҙы тапшырырға тейеш. Башта улар баҡса йәки торлаҡ йорттоң закон талаптарына тап килеүен тикшерә.

Өҫтәүенә “дача амнистияһы” буйынса баҡ­са йортона ғына түгел, башҡа күсемһеҙ милек объекттарына ла хоҡуҡты теркәргә мөмкин икәнлеген онотмайыҡ. Кешегә Рәсәйҙең Ер кодексы ғәмәлгә индерелгәнгә, 2001 йылдың 30 октябренә, тиклем ғүмерлек мираҫ итеп ҡалды­рылған йәки срокһыҙ файҙа­ланыуға тапшырылған ер участка­һына ла милек хоҡуғын ябай­лаштырылған тәртиптә тер­кәр­гә мөмкин. Бының өсөн ергә хоҡуҡты билдәләгән түбәндәге документтар – таныҡлыҡ, договор йә иһә ерҙең срокһыҙ фай­ҙаланыуға тапшырылыуы, ғүмерлек мираҫ итеп ҡалды­рылыуы тураһындағы акт, хужа­лыҡ кенәгәһенән өҙөмтә һәм башҡалар бу­лырға тейеш. Хоҡуҡты билдәләгән документты милеккә хоҡуҡты теркәү тураһындағы ғариза менән бергә күп функциялы үҙәк офисына тапшы­рырға кәрәк. Бының өсөн дәүләт пош­линаһы ҡаралған һәм уны түләү зарур.

Әйткәндәй, торлаҡ йорт шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн бүленгән ерҙә урынлашһа, хоҡуҡ – белдереү ҡағыҙы ебәреү тәртибе буйынса, йорт баҡса участкаһында икән, “дача амнистияһы” буйынса теркәлә.

Бурыс “ғәфү ителмәйәсәк”

2021 йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәттәрҙе һәм иғәнәләрҙе ваҡытында түләмәгән өсөн пенялар, штрафтар йәнә тергеҙеләсәк.

Быға тиклем был система, Рәсәй Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 апрелендә ҡабул ителгән 424-се ҡарарына ярашлы, туҡтатылғайны.

Яңы йылдан иһә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе һуңлатҡан йәки йылылыҡ, эҫе һыуға тулыһынса түләмәгән өсөн штраф һалына башлаясаҡ. Шулай итеп, бурыслылар 2021 йылдың 1 ғинуарынан пеня һәм штрафтар түләйәсәк. Законға ярашлы, яңы йылдан башлап пеня бурыстың барлыҡ суммаһына, өҫтәүенә 2020 йылдағы бурысҡа ҡарата ла иҫәпләнәсәк. Шулай итеп, һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында үтәү фарыз икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ.
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: