– Ибрай Оло Һүрәм йылғаһы буйында ҡарурманға яҡын урынлашыуы менән ҡыр йәнлектәренә бай һанала, – тип һөйләй Басир Йәндәүләтов. – Беҙҙән ары юлланһаң, Йылайыр һәм Күгәрсен райондары башлана. Әйткәндәй, халыҡ телендә ул – Урмансы. Кисә эттәр бер туҡтауһыҙ өргәнгә уянып киттем, сәғәт телдәре төнгө дүртенсе яртыны күрһәтә. Ниндәйҙер шом һиҙһәм, ғәҙәттә, ишек алдында утты яндырмайым. Әле лә соландан ғына тышты күҙәттем һәм һарай тирәһендә ни эт түгел, ни бүрегә оҡшамаған йәнлекте күреп шаҡ ҡаттым. Уның янына тағы ла икәү килде. Бәй, былар бит этбүреләр! Оҙаҡ торманылар, тауышты ишетепме, әллә еҫте һиҙепме, тиҙ генә урманға ҡарай саптылар.