39 кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәлә, Яңы йыл мөғжизәһе булып, карауатына ныҡлы итеп төрөп һалынған туғыҙ айлыҡ Ваня Фокин иҫән ҡалды. Төрлө тән йәрәхәттәре алған сабый әсәһе менән оҙаҡ ваҡыт Мәскәүҙә дауалау курсы үтте.
Бөгөн Ваняға өс йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә ике йыл элекке мәхшәрҙе ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтерләй хәҙер. Икенсе тыуған көнөн билдәләгән Яңы йыл көндәрендә малайға Магнитогорскиҙың ҡотҡарыу хеҙмәтенән бүләк тапшыралар. Быйыл Ваняға ҙур янғын һүндереү машинаһы һәм министрлыҡтың эмблемаһы төшөрөлгән йомшаҡ айыу биргәндәр. Ҡотҡарыусылар шулай уҡ кескәй дуҫына ағаһы менән бергә ысын янғын һүндереү машинаһына ултырып ҡарарға ла рөхсәт иткән. Кем белә, бәлки, Ваня Фокин да киләсәктә ҡотҡарыусы булып китер әле.
Фото: "МЧС г. Магнитогорск" сайты.