Былтыр Ишембай районында табылған Тишка ҡушаматлы айыуҙың аяныслы яҙмышы республика халҡын битараф ҡалдырманы.
Мәғлүм булыуынса, үлем хәленә еткән тайыштабанды Иглиндағы билдәле крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Хәсән Иҙиәтуллин үҙ тәрбиәһенә алды.
Яҡшы ҡулдарҙа Тишка тиҙ генә аяҡҡа баҫа, цирк айыуы үҙ ғүмеренең 23 йылында беренсе тапҡыр ҡышҡы йоҡоға тала. Ошо хаҡта белдерҙе яңы хужа.
“2020 йылдың 31 декабре. Тишка, башҡа айыуҙар кеүек үк, Һыйыр йылын тәрән йоҡола ҡаршылай, йылыла һәм уңайлы шарттарҙа. Беҙ “өң”гә тонна ярым бесән һалдыҡ, иҙән майҙаны ун квадрат, бейеклеге – дүрт метр. “Кеше” булды тип әйтергә була һәм йоҡоға хоҡуҡ алды”, – тип һөйләне фермер.