Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 12:49

Яңы йылды ҡаршылап…

Сысҡан йылы үтеп бара, Ҡалды бары сәғәттәр, Иҫке йылда тороп ҡалһын Бөтә насар ғәҙәттәр. Киләһе йылға инәйек Ҙур эштәр эшләр өсөн, Иңдәребеҙҙә тояйыҡ Дуҫлыҡ, татыулыҡ көсөн.


Ҡанатлы булһын хыялдар,
Маҡсаттар булһын бейек,
Өмөттәр булһындар яҡты,
Ғәмәлдәр булһын бөйөк!

Алып кил һин, һыйыр йылы,
Татыулыҡ, муллыҡ, байлыҡ,
Юлдаш булһын йыл буйына
Шатлыҡ! Мөхәббәт! Һаулыҡ!

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас в