Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 13:49

Тимер Үгеҙ йылы нимәләр вәғәҙә итә?

2021 йыл Тимер Үгеҙ йондоҙлоғо аҫтында килә. Үгеҙ – көслө һәм ныҡышмал хайуан. Алдағы йылда беҙҙе нимәләр көтә? Әйҙәгеҙ, юрауҙарға күҙ һалайыҡ.

Сысҡан (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008)
Сысҡандар карьера баҫҡысында үрләр. Әлбиттә, тырышлыҡһыҙ булмаҫ. Был йондоҙлоҡта тыуғандарҙы етәкселәренән хуплау һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам көтә. Әгәр ҙә элекке эш урынығыҙ уңыш килтермәй икән, ҡыйыу рәүештә яңы эш хәстәрләй алаһығыҙ. Финанс өлкәһендә уңыштарға көнләшеүселәр ҙә табылыр. Сысҡандарҙың һаулығы зарланырлыҡ түгел, тик шулай ҙа ул ҡаҡшамаһын өсөн әүҙем спорт менән шөғөлләнегеҙ.

Үгеҙ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009)
Йыл уңышлы үтһен тиһәгеҙ, Үгеҙҙәр ҙур көс һалырға тейеш. Башҡа Үгеҙҙәр менән бәхәстәр сығыуы ихтимал. Яҡындар менән араны боҙмаҫ өсөн үҙегеҙҙе тыныс тоторға
кәңәш ителә. Карьера планында ныҡышмал булһағыҙ, ҙур килемгә һәм эштә маҡтауға лайыҡ булырһығыҙ. Үгеҙ һәр өлкәлә лә лидер булараҡ, бар эштә лә үҫеш аласаҡ. Шәхси тормошта ла барыһы ла ал да гөл. Икенсе яртыһы менән килешеп йәшәгәндәрҙең ғаиләһендә ҡот, бәрәкәт артыр.

Юлбарыҫ (1914, 1926,1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010)
Тормошто алдан әҙерләнгән “һыҙма” буйынса ғына алып барыу мөмкин түгел. Үтә ваҡсыллыҡ, артыҡ аныҡлыҡты кәметергә тура килер. Тәү сиратта Юлбарыҫтар һаулыҡтары хаҡында уйлаһын ине. Саф һауала күп булығыҙ, сәйәхәткә сығығыҙ. Сөнки уйлағандарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс кәрәк һәм сәйәхәттә икенсе яртығыҙҙы табыу мөмкинлеге лә бар.

Ҡуян (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 199, 2011)
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар тыныс холҡо менән дан тота. Үҙегеҙгә иғтибарҙы күберәк бүлергә онотмағыҙ. Сауна һәм мунса нерва ҡаҡшауын еңеләйтер. Эш урынығыҙҙа һәм ғаиләлә тыныслыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрөр. Аҡса иҫәп ярата, тигән мәҡәлде лә иҫтә тотоу ҡамасауламаҫ. Сәйәхәткә сығыу, спорт ярыштарында ҡатнашыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, фән менән шөғөлләнеүселәргә лә уңыш юрай Үгеҙ.

Аждаһа (1916, 1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012)
Яңы йыл Аждаһалар өсөн уңышлы барыр. Бөтә уйлағандар һәм планлаштырылған хыялдар тормошҡа ашыр. Хеҙмәт урынында эш күләме һәм отчеттар нервығыҙҙы ҡаҡшатып ебәрәр. Шуға ла ял көндәрегеҙгә ваҡыт бүлегеҙ. Икенсе яртыһы менән килешеп йәшәгәндәрҙең ғаиләһендә ҡот, бәрәкәт артыр. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн килемле осор. Сифатһыҙ аҙыҡ-түлек ашап ағыуланыу ихтималлығы юғары, шуға һаҡ булығыҙ.

Йылан (1917, 1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013)
Үгеҙ һәм Йылан – дошмандар. Шулай ҙа Йыландар хәйләкәр. Быйыл улар Үгеҙҙәрҙе алдатып, үҙҙәренә нисек кәрәк шулай эшләйәсәк. Был йондоҙлоҡ аҫтанда тыуғандарҙы эштә, мөхәббәт бәйләнештәрендә мотлаҡ уңыштар көтә. Карьера ла, финанс өлкәһендә лә үҫеш күренәсәк. Йыландарҙан көнләшеүҙәр күп, шуға һаҡ булығыҙ. Һөнәри оҫталыҡты арттырыу, яңы белемдәргә эйә булыу айырыуса хуплана. Йышыраҡ осрашыуҙарға йөрөгөҙ.

Йылҡы (1918, 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014)
Үгеҙ менән Йылҡы араһында тик йылы мөнөсәбәттәр генә. Шуға ла йыл ауырлыҡтар килтермәйәсәк. Әммә бәхет тиктән генә килмәй, быны үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән ирешә алаһығыҙ. Һеҙҙең турала ғәйбәт һөйләүселәр артыр, һалҡын ҡанлы булығыҙ. Хаталар булһа ла, яҙмыш һеҙҙе тура юлға илтер. Турист булараҡ алыҫ юлдарға күп сығырһығыҙ. Мөхәббәт өлкәһенә килгәндә ғаиләлеләр тағы ла нығыраҡ һөйөүгә сорналһа, яңғыҙҙар ситтә романтик бәйләнештәр булдырыр.

Кәзә/Һарыҡ (1919, 1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015)
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға төп кәңәш – үҙегеҙҙең ялҡаулығығыҙҙы еңеү. Ҙур иғтибарҙы ғаиләгеҙгә һәм яратҡан кешегеҙгә бүлегеҙ, улар һеҙгә мохтаж. Яратҡан эш, йәки хобби табыу өсөн уңайлы мәл. Кәзәләрҙең хеҙмәттәштәре һәм таныштары менән аңлашмаусанлыҡ килеп сығыуы ихтимал. Берҙәмлектә – көс, ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың теләген кире ҡаҡмағыҙ. Хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнау ҙа ғәмәлдәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итер. Йөрәк түрендә мөхәббәт уты ҡабынып китеүе лә ихтимал.
Маймыл (1908, 1920, 1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016)
Маймылдарға Яңы йыл яҡшы көтөлмәгән мәлдәр бүләк итәсәк. Абруйлы, хөрмәтле кешеләр менән аралашыу алыштырғыһыҙ тәжрибә бирәсәк. Йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнашығыҙ. Әммә яңы танышыуҙарҙан ары тороғоҙ, улар кәрәкмәгән эштәргә этәрер. Был йондоҙлоҡта тыуғандар 2021 йылда ғаилә ҡорорға ашығыр, яңы танышыуҙар ҙа етди мөнәсәбәттәр менән тамамланыуы мөмкин. Һәр нәмәлә яңылыҡ табып, заманса фекер йөрөтөгөҙ. Эштәге көсөргәнешле осорҙоң нервы ҡаҡшауына килтереүе ихтимал.

Әтәс (1921, 1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017)
Әтәстәр өсөн был ижад менән бәйле йыл. Кемдер тегеү-сигеү менән шөғөлләнһә, икенселәр һүрәттәр төшөрөр, йәки китап сығарыр. Театрҙарға, төрлө күргәҙмәләргә йөрөү хуплана. Шулай ҙа ауыр йөкләмәләрҙе үҙегеҙгә алмағыҙ. Эшегеҙҙе ҡалдырып, ҡиммәтле торлаҡ алыу ҙа күҙаллана. Ял көндәрен мотлаҡ ғаиләгеҙгә һәм тәү сиратта үҙегеҙгә арнағыҙ. Алтын уртаҡлыҡты табырға тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалып эш итегеҙ.

Эт (1922, 1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018)
Эттәргә Үгеҙҙәр менән оҙаҡ ҡына көрәшергә тура килер. Иң яҡшы вариант диңгеҙгә юлланыу йәки дуҫтар менән яҡшы ял. Карьералағы башланғыстар өсөн яҡшы осор түгел. Финанс өлкәһендә лә еңел булмаҫ. Әммә мөхәббәттә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтөлә. Дәртегеҙҙең урғылып тороуы романтик бәйләнештәргә этәрер. Күсемһеҙ милек һатыу йә һатып алыу мәсьәләһе уңышлы хәл ителер. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн йышыраҡ кеше араһына сығығыҙ, китап уҡығыҙ.

Сусҡа (1923, 1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019)
Көсөгөҙҙө ваҡ-төйәккә тәләфләмәгеҙ, һеҙҙе оло эштәр көтә. Һәр уңайлы мәлдә һикереп төшкәнсе, аныҡ пландар билдәләп, уға тура атлау отошлораҡ булыр. Дуҫтар һәм ғаилә ағзалары менән аралашҡанда, бәхәстәр сыҡмаһын тиһәгеҙ, тыйнаҡлыҡ һаҡлағыҙ. Йышыраҡ осрашыуҙарға йөрөгөҙ, күңел асыу сараларынан да баш тартмағыҙ. Мул килем алыуығыҙ көтөлә.
Читайте нас: