Бөтәбеҙ ҙә һоҡланған, күптәргә өлгө булып торған Рөстәм Нәбиевтең яҙмышында беҙ белмәгән аяныслы мәлдәр күп икән. Омск ҡалаһында казарма емелереп төшөү эҙемтәһендә ике аяғынан да яҙған егет тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙендә йәшәргә көс табып, маҡсаттарына табан ынтылыуын дауам итә. Әле ул билдәле блогерҙарҙың береһе булып тора.
Уның яҙмышына ҡағылған тағы ла бер хәлде ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Егет Ирина Шихман менән әңгәмәһендә әсәһен үлтергән кешенең исемен әйткән.
“Әсәйем 1993 йылдың сентябрендә үлде. Мин бәләкәй инем, уны бер нисек тә иҫләй алмайым. Инәйебеҙ беҙҙе тәрбиәгә алды. Ә үлтереүсе атайым булған. Ярһыған инем, тигән аҙаҡ: уға әсәйем тураһында ниҙер һөйләгәндәр. Мин хәлдең нескәлектәрен белмәйем. Быуған..." – тип күҙ йәштәре аша һөйләгән был хаҡта Рөстәм Нәбиев.
Рөстәмде бала сағында атаһы эргәһенә төрмәгә алып барғандар. Әммә ул был осрашыуҙы ла иҫләмәй.
Бик бәләкәй көйө әсәйһеҙ ҡалған Рөстәмде яҙмышында артабан тағы ла бер ауыр һынау көткән – Омск ҡалаһындағы фажиғә. Шулай булһа ла, ул һынмай, ә үҙендә көс табып, яратҡан ҡыҙы менән ғаилә ҡора, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Артабан тик уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына көтһөн замандашыбыҙҙы!