Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 12:31

Ит турағыста – бала бармағы!

Ошо көндәрҙә ете йәшлек тиктормаҫ Искәндәр менән күңелһеҙ хәл булған. Барыһына ла атаһы ғәйепле.

Ошо көндәрҙә ете йәшлек Искәндәр менән күңелһеҙ хәл булған. Сәлим ит үткәргәндә тиктормаҫ улы ҡапыл ит үткәргескә бармағын тыҡҡан.
– Йола буйынса, һуғым һуйғас, билмән эшләйбеҙ, – тип һөйләй атай кеше. – Әле лә ошо ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн ит үткәрергә тотондом. Билдәле инде, ситкә лә ҡарап алаһың, тап шул саҡта улым һуҡ бармағын ит турағыс ауыҙына тыҡҡан да инде.
Балаларҙы тиккә генә лакмус ҡағыҙы менән сағыштырмайҙар, улар бөтәһен дә күңеленә тиҙ һеңдерә. Баҡтиһәң, Сәлим ҡалаҡ йәки бүтән махсус әйбер ҡулланыу урынына, итте бармаҡтары менән төпкә эткән. Быны күҙәтеп торған улы атаһының ғәҙәтен ҡабатлаған.
Бөгөн медицина көслө, нәҡ табиптарҙың оҫталығы арҡаһында ғына Искәндәрҙең бармағы һаҡлап алып ҡалынған.
Сәлимдең һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың электр ит турағысы боҙолоу сәбәпле, ҡул менән өйрөлтә торғанын ҡуланған. Юғиһә был осраҡта бармаҡ ҡына түгел, ә тотош ҡулға зыян килеүе ихтимал ине... Һаҡ булығыҙ!
Фото: penza.aif.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: