Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 14:24

Этте ҡотҡарам тип...

Был хәл республиканың Белорет районында була.

Белорет районында Баҫҡан станцияһы ауылы эргәһендәге ағас ҡырҡыу участкаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, 43 йәшлек ир бысылып бөтмәгән ағас эргәһендә эт йөрөп ятҡанын күреп ҡала. Ул хайуанҡайҙы ҡотҡарыу теләге менән хәүефле урындан ҡыуып сығарырға ҡарар итә. Әммә этте ҡыуып йөрөгәндә үҙенә ҡарай ағас ауғанын абайламай ҡала. Ярҙамға килгән ҡотҡарыусылар ғына ағасты ҡырҡып, уны был “ҡоллоҡтан” ҡотҡара.
“Ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары бара. Улар ирҙе ағас ботаҡтары аҫтынан “Ашығыс ярҙам” бригадаһы машинаһына тиклем алып сығыуҙа ярҙамлаша”, – тип белдерҙеләр яуаплы ведомствонан.
Фото: gtrk.tv
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: