Декабрҙең һуңғы көндәрендә Әбйәлил районынан ҡотҡарыу хеҙмәтенә сим-картаһыҙ телефондан ярҙам һорап шылтыратыу алына. Үҙен Виктория тип танытҡан ҡатын дүрт йәшлек балаһы менән Яңауыл ауылы янындағы урманда аҙашыуын белдерә. Үҙенә 19 йәш булыуын да әйтә.
Тиҙ арала бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарыу өсөн райондан 50 полиция хеҙмәткәре, ете ҡотҡарыусы һәм шул тиклем үк ирекмәндән торған команда эш башлай. Аҙаҡ ҡыҙ үҙенең бәләкәй ҡустыһы менән тигән аҙашҡан тигән хәбәр алына.
Асыҡланыуынса, шылтыратыу ялған булып сыға. Ҡыҙға ла, балаға ла бер ниндәй ҙә ҡотҡарыу хеҙмәте кәрәкмәгән, улар менән барыһы ла яҡшы. Хәҙер кемдең ни өсөн улай уҫал шаяртҡанын асыҡларға ғына ҡала. һәр хәлдә, ялған шылтыратыу өсөн дә кемгәлер яуап бирергә тура киләсәк.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: шаяртып йәиһә кемдеңдер ҡотҡоһона эйәреп ялған шылтыратыуҙар бер ҡасан да яҡшы тамамланмай. Ул кеше мотлаҡ асыҡланасаҡ, закон алдында яуап бирәсәк.