Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 19:34

Балаһын онотҡан...

Эҫе торбала бисара сабыйҙың аяҡтары, ҡулдары бешкән.

Әбйәлил районың Тупаҡ ауылында йәшәүселәр район чатында аҡылға һыймаҫлыҡ хәл тураһында хәбәр иткән. 29 йәшлек күп балалы әсәй 6 айлыҡ балаһын йылытыу торбаһына һалып онотҡан. Үҙе бер ни белмәй эргәһендә йоҡлап ятҡан. Эҫе торбала бисара сабыйҙың аяҡтары, ҡулдары бешкән. Ауыл фельдшеры яуапһыҙ әсә хаҡында ауыл советы хеҙмәткәрҙәренә, опека органдарына, участка полицияһына хәбәр иткән. Әле ҡаза күргән балаҡай менән әсә Өфөлә бешкәндәрҙе дауалау үҙәгендә.

Ауылдаштары әйтеүенсә, Тупаҡҡа был ҡатын сираттағы иренән айырылып былтыр ғына ҡайтҡан. Уның шулай уҡ иҫәптә торғанлығы ла билдәле. Алты балаһы менән пенсияға һәм пособияға ғына йәшәп ятҡандар. Балаларҙың фамилиялары ла төрлө. Әлеге мәлдә балалар ҡайһыһы ҡайҙа, улар менән опека органдары шөғөлләнә.

Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас в