Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 22:47

Йылдың ауыр хәтирәләре...

Башҡортостан Башлығының йылға йомғаҡ яһаған матбуғат конференцияһында ҡатмарлы һорауҙар ҙа бирелде. Улар Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы, Ҡуштауҙағы, “БСК”лағы хәлдәргә, Өфөләге мәсет төҙөлөшөнә бәйле булды.

– Ауыр хәтирәләр. Яңы инфекция килеп кенә сыҡҡан саҡта уға ҡаршы нисек көрәшергә лә белмәй инек. Бик борсолдоҡ. Беҙ, ярар, был яҡта ҡалдыҡ, ә дауахана эсендә меңләп кеше – табиптар, пациенттар... Һығымталар яһаныҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Ҡуштауға килгәндә. Тауға бәйле барлыҡҡа килгән низағ йәмғиәтте тарҡатыуға килтерә ине. Ә минең бурыс – берҙәмлекте һаҡлау. Проблеманы ваҡытында хәл иттек. “БСК” – был мәсьәләне лә һөҙөмтәле яйға һала башланыҡ. Ҡул ҡаушырып ултырманыҡ, эш бара. Алға бармай торайыҡ, судтар дауам итә.
Тағы бер һорау Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы төҙөлөшө туҡтап ҡалған мәсеткә ҡағылды.
– Уны төҙөп бөтөрөүгә күп аҡса кәрәк. Беҙгә кешеләр өсөн мөһим социаль объекттар булдырыу зарур, тимәк, ресурстарҙы тәү сиратта шуларға йүнәлтәсәкбеҙ. Ҡасан да булһа мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тик ҡасан икәнлеген әйтә алмайым, алдағым килмәй, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: