Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Декабрь 2020, 17:14

"Һин минең әсәйем түгел..."

Ваҡыт бик тиҙ үтә икән. Әллә ҡайһы арала иркәләнеп кенә үҫеп килгән берҙән-бер малайыбыҙ үҫмер ҡорона ингән. Уға ун өс йәш булғанда ғаиләбеҙгә ҙур фажиғә килде: ирем аварияға осрап, шунан мандый алмай үлеп ҡалды. Улым атаһын ныҡ ярата ине, нығынып етмәгән организм өсөн ҙур тетрәнеү булды был.

Ҡайғынан аңҡы-тиңке йөрөп, хәтһеҙ ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәнмен. Башымды яңынан күтәреп ҡарағанда, әлеге малайыбыҙ мыйыҡтары тиртә башлаған, тауышы ҡалыная төшкән, буйға оҙон булып үҫеп киткән егет ҡиәфәтендә ине. Ваҡыты еткәс улыма һөйләрмен тип һаҡлап йөрөткән серҙе йомшартып үҙем аңлата алманым, сит кешеләр минән алда өлгөргәйне, шуға ул турала улым мине тыңларға ла теләмәне. ”Һин миңә әсәй түгел”, – булды яуабы. Аҙаҡ та һәр һүҙемә ҡарата: ”Үҙем беләм”, – тип ҡоро ғына һөйләште. Шул тиклем алсаҡ, илгәҙәк, шаян, балҡып торған улыбыҙ алмаштырып ҡуйғандай үҙгәрҙе: уйсан, йомоҡ, күҙҙәрендә битарафлыҡ...
Улымды донъяға тыуҙырған әсәһе ошо уҡ ауылда күпер аръяғында йәшәй. Мәктәпте бөткән генә йылында ул ҡыҙ ғаиләле ир менән сыуалып, ауырға ҡала. Шуның менән теге йөрөмтәл ирҙе ҡурҡытмаҡсы, үҙенә бәйләмәксе итә. Әлбиттә, ир ғаиләһенән китмәй. Ҡыҙ аборт эшләтергә һуңлай, тапҡас, балаһынан баш тарта. Бахырҡай үҙ әсәһенә лә, атаһына ла кәрәкмәй булып сыға, шулай уҡ ике яҡлап та хәлле генә йәшәгән олатай-өләсәйҙәр ҙә сабый менән ҡыҙыҡһынмай.
Бына шул тарихты кемдер үҫмерҙең күңелен аямай йәмһеҙ итеп һөйләгән. Ул ваҡытта, гонаһһыҙ йән эйәһенең хәлен ишетеп, балаға уҙа алмай йөрөгән мин, тәүәккәллек итеп, иремде күндереп, уны үҙебеҙгә алып ҡайтырға булдыҡ. Бәпесте тәүгә ҡулыма алған сағым – иң бәхетле мәлем, шул ваҡыттағы кисерештәрем иҫемә төшһә, бөгөн дә тетрәнмәйенсә ҡалмайым. Сабыйымды бар оҫталығымды һалып, бөтә әсәйлек хисемде, наҙымды биреп, яратып үҫтерҙем. Үҙ әсәһе аҙаҡ кейәүгә сыҡты, хәҙер өс балалары бар, ә был улының хәле тураһында бер ваҡытта ла һорашҡаны булманы. Бер магазинда торғанда күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтеүен күрҙем, тик яҡын күреп түгел, ә ҡыҙыҡһынып ҡына ҡарай ине, буғай. Ошоларҙы улыбыҙға алданыраҡ һөйләп аңлатырға кәрәк булған...
Үҙ яҡындарының хыянаты тураһында белгәне бирле, улым үҫкән өйөндә үҙен артыҡ итеп тойғандай йөрөнө, минең бер хәбәрем дә, уны нисек яратып үҫтереүебеҙ тураһында ҡат-ҡат әйтеүем дә тәьҫир итмәне. Гел уйҙары менән әллә ҡайҙа икәнлеген күреп, үҙе менән бер-бер хәл ҡылып ҡуймағайы, тип ҡурҡа ла башлағайным. Бәхеткә, ундай аҙымдан Хоҙай һаҡланы. Шундай хәлдә мәктәпте тамамланы, артабан уҡырға барырға күндерә алманым, йәһәтләп үҙе теләп армияға китте.
Бәлки, шунда уйланып, күңел яраһы уңалып, яратҡан әсәһе көтөп торғанына инанып ҡайтыр, тип өмөтләнәм һәм көнө-төнө Хоҙайҙан шуны һорайым...
Фото:infourok.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: