Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Декабрь 2020, 14:25

Айырылышырға барғандар ҙа...

“Һине инде ғүмере күрмәһәм дә үкенмәҫмен! Һинең менән ғүмерем заяға уҙҙы!..”

Беҙҙең республикала быйыл 500 ғаилә айырылышыуға биргән ғаризаларын кире алған. Шаулап-гөрләп үткән туйҙарҙың яртыһы тиерлек, статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер-ике йылдан айырылышыуға барып етә икән. Хата эшләп, аҙаҡ үкенеп ултырыуҙан был йәрҙәрҙе “Ярашыу биләмәһе” программаһы йолоп ҡалған, тәғәйен әйткәндә, медиаторҙар.
Медиация – ике арала килеп тыуған “алыш”ты судҡа еткермәйенсә, низағһыҙ ғына хәл итеү, яйлау юлының бер алымы. Ике яҡҡа талаш-тартыш сәбәптәренә төшөнөргә, араларҙы яйға һалырға ярҙам иткән кеше иһә, заманса әйткәндә, медиатор була.
Билдәле булғанса, Башҡортостанда “Ғаилә” ресурс үҙәге, район-ара “Ғаилә” үҙәктәре эшләп килә. Бына шулар нигеҙендә 12 ярашыу бүлмәһе асылған. Унда аралары боҙолған туғандар, балалар һәм ата-әсәләр, айырылышыу сигенә еткән парҙар менән медиатор, башҡортса итеп әйтәйек, тиһәк – яраштырыусы, эшләй. Ул ике яҡты ҡыҙыу аҙымдан һыуындырырға, низағ сәбәптәренә төшөнөргә ярҙам итә. Үтеп барған йыл эсендә генә был бүлмәләр аша меңгә яҡын кеше үткән.
Атай менән әсәй айырылышыр ҙа бөтөр, ә балалар ике ут араһында ҡалыр. Киҫкен аҙымға барыу сәбәптәре алама түгел (мәҫәлән, ғаиләләге йәбер, эскелек), ә бары бер-берегеҙ менән уртаҡ тел таба, мин-минлегегеҙҙе еңә алмау ғына булһа, төҙәтмәҫтәй эш юҡ. Бары ишетә, күрә белергә, аңларға тырышырға кәрәк. Медиатор ярҙамы ла артыҡ булмаҫ. Ул - ҡыҙыҡһынған яҡ түгел, йәғни иргә лә, ҡатынға ла бөтөнләй ят кеше. Эше – артыҡ хискә бирелмәй, бар сәбәптәрҙе барлап, ике яҡты ла ризалатыр, дөйөм яҡшы һөҙөмтәгә ирешер өсөн бар көсөн һалыу.
Айырылышҡандар һаны мөмкин тиклем әҙәйһен, ғаиләләр татыу йәшәһен, балалар иламаһын ине лә һуң! Ул саҡта ярашыу бүлмәләренең дә кәрәге булмаҫ...
Фото: интернеттағы асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: