Ибраһим ауылы халҡы ла был программала ҡатнашырға ҡарар ҡабул итте. Йыйылышта Һәүәләй ауыл хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдинов программа, уның мөмкинлектәре, шарттары тураһында ентекле мәғлүмәт еткерҙе.
Ибраһимлылар үҙ-ара кәңәшләшеп, урындағы зыяратты кәртәләп алырға кәрәк, тигән фекергә килде. Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан был тәҡдимде хупланы. Залдың “Бергәләп ҡулыбыҙҙан килә”, “ППМИ – беҙҙең ышаныс”, “ППМИ-2021. Ибраһим ауылы” тигән плакаттар менән биҙәлеүе лә халыҡтың бер төптән эш итеүен күрһәтте. Заһир Әхмәҙиев, Венера Хәкимова, Сажиҙә Камалова, Рәмзилә Ғәлиева һәм Ринат Ғәлиев ҡатнашлығында инициатив төркөм дә һайланы. Уларҙың төп бурысы - халыҡтан аҡса йыйыу һәм эште ойоштороу. Проблемаларын хәл итеү юлын эҙләгән халыҡ йорт башына 1 мең һум аҡса йыйырға ҡарар итте. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға халыҡ һәм бағымсылар ҙа үҙ өлөштәрен өҫтәйәсәк.
Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған эш килеп сығыр, тип ышана ибраһимлылар.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.