Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 23:56
Йәш ҡыҙҙы һәләк иткәйне...
22 декабрҙә Иглин ҡасабаһында кеше тапатҡан такси водителен ниндәй яза көтә?
Башҡортостан Республикаһы Юғары суды 22 декабрҙә Иглин ҡасабаһында кеше тапатҡан такси водителенә быға тиклем сығарылған хөкөм ҡарарын үҙгәртте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ул юл ситенән барған бер төркөм уҡыусыны бәрҙерә, һөҙөмтәлә 15 йәшлек ҡыҙ һәләк була.
Зыян күреүсе яҡтың апелляция ялыуы өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелде, йәғни ғәйепләнеүсегә ҡарата хөкөм көсәйтелде - уға хәҙер һигеҙ йыл дөйөм режимлы төрмә янай, шулай уҡ ҡыҙҙың туғандарына 10 мең һум күләмендә компенсация түләргә тейеш. Ҡалған өлөштәрендә ҡарар үҙгәрешһеҙ.
Унан алда суд такси водителен ете йылға иркенән мәхрүм итергә һәм яза ваҡытынан һуң өс йыл транспортҡа идара итеүҙән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарғайны. Йәнә әхлаҡи зыян өсөн 1,33 миллион һум күләмендә түләтеү - быныһы үҙ көсөндә ҡала.
Фажиғә булған көндө водитель авария урынына ҡасырға маташҡан, әммә килеп сыҡмаған - тиҙ үк тотолған. Экспертиза уның ҡанында 1,732 промилле алкоголь булыуын күрһәткән. Ир үҙе аҙаҡ әйтеүенсә, авария уйламағанда килеп сыҡҡан - ул балаларҙы күрмәй ҡалған...
Фото:ufa1.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Y-sh-i-i--l-k-itk-yne-604991/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин