Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 23:01

Тағы бер хәүефле ҡарттар йорто...

Унда 42 пенсионер һәм инвалид йәшәй. Прокуратура барып тикшергәс, ниҙәр асыҡланған?

Унда 42 пенсионер һәм инвалид йәшәй. Прокуратура барып тикшергәс, ниҙәр асыҡланған?
Кушнаренко районында ғүмер өсөн хәүеф тыуҙырған тағы бер ҡарттар йорто табылған. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.
Пансионат Шәрип ауылында ҡуртымға алынған йортта урынлашҡан. Барлығы 42 пенсионер һәм инвалид йәшәгән. Бина янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә яуап бирмәгән. “Уның Әбйәлил районының Ишбулды ауылындағы фажиғәне ҡабатлауы бик ихтимал ине”, - ти прокуратура хеҙмәткәрҙәре.
Бәхеткә ҡаршы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары ваҡытында иҫкәртелгән. Бинала янғын сыҡҡанда сигнал биреү механизмы булмаған, янғынға ҡаршы эске һыу үткәргесе эшмәкәрлеге тикшерелмәгән. Учреждение директоры административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бөтә етешһеҙлектәр әлеге мәлдә бөтөрөлгән.
Башҡортостанда социаль хеҙмәттәр күрһәткән 60-тан ашыу шәхси учреждение теркәлгән. Уларҙың алтыһы шәхси эшҡыуарҙар ҡулында. Тик әлегә стационар хеҙмәттәр күрһәткән, даими йәшәү урыны булдырылған пансионаттарҙың бишеһе генә реестрға ирекле рәүештә ингән. Әбйәлил районындағы ҡарттар йортонда 11 кешенең янып һәләк булғанынан һуң шәхси пансионаттар торошона иғтибар көсәйтелде. Ололарҙың ҡартлығы ышаныслы ҡулдарҙа булһын!
Фото: Youla.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: