Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 23:52

Русланды тапҡандар ҙа бит, тик...

Ишембайҙан йәш атайҙы ниндәй сәбәп бындай аҙымға илткән?

Ике ай элек Ишембай ҡалаһында 27 йәшлек Руслан Таһиров ғәйеп булғайны. Ул 22 октябрҙә иҫке кейемдәрен кейеп өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Уның юҡлығына борсолған ҡатыны Анна полицияға, ирекмәндәргә хәбәр итеп, йәш атайҙы күмәкләп эҙләй башлайҙар.
Һәм бына бөгөн ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле булды: Русланды тапҡандар, әммә ул иҫән түгел. Тәүҙә был турала “Отклик” эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре хәбәр итә, аҙаҡ ҡатыны ла раҫлай. Ирҙең кәүҙәһе урманда ятҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙенә ҡул һалған.
"Иремде үле килеш урманда таптылар, кәүҙәһен таныныҡ. Әле мәйетханаға ебәрҙеләр. Уны эҙләргә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт", – тине ҡатыны.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: