Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 11:03

Луиза менән Марат бурысын нисек түләйәсәк?

Хөкөм ҡарарының ҡалған өлөшө үҙгәрешһеҙ ҡалдырылған, Луиза һәм Марат Хәйруллиндарҙың апелляция ялыуҙары ҡәнәғәтләндерелмәгән...

Ниһайәт, ике йылға яҡын барған, осһоҙ-ҡырыйһыҙ “детектив”ты хәтерләткән уғрылыҡ ваҡиғаһына нөктә ҡуйылды булһа кәрәк. Кассанан 25 миллион һумдан ашыу аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнгән банк кассиры һәм уның иренә ҡарата хөкөм ҡарары көсөнә инде.
Башҡортостан Юғары судының енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы ғәйепләнеүселәрҙең һәм уларҙы яҡлаусыларҙың Салауат ҡала судының 2020 йылдың 28 сентябрендәге хөкөм ҡарарына апелляция дәғүәһен ҡараны.
Суд Луиза Хәйруллинаны “Үҙләштереү” статьяһы буйынса ғәйепле тип танып, уны биш йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы. Марат Хәйруллин енәйәтте ойоштороуҙа ғәйепле тип танылды һәм алты йылға иркенән мәхрүм ителде. Шулай уҡ суд “Россельхозбанк”тың матди зыянды ҡаплатыу тураһындағы гражданлыҡ дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Хәйруллиндарҙың бурысы – 25 455 862,50 һум.
Кисә, 22 декабрҙә, Башҡортостан Юғары суды Салауат ҡала судының хөкөм ҡарарын үҙгәртте, енәйәтселәрҙән матди зыянды ҡаплатыу тураһындағы хөкөм ҡарары өпөшөнә төҙәтмә индерҙе. Луиза һәм Марат күрһәтелгән сумманы ҡап уртаға бүлергә һәм банкка тулыһынса ҡайтарырға тейеш. Хөкөм ҡарарының ҡалған өлөшө үҙгәрешһеҙ ҡалдырылған, апелляция ялыуҙары ҡәнәғәтләндерелмәгән, тип хәбәр итә Башҡортостан судтарының Берләшкән матбуғат хеҙмәте.
Мирон Доровских фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: