Билдәле булыуынса, яңыраҡ 30 йәшлек етем егет судта торлаҡҡа хоҡуғын яҡлауға өлгәште. Бының өсөн уға ун йыл буйына урындағы хакимиәт менән судлашырға тура килде.
Фирҙәүс Шәйхетдинов 2008 йылда Белоретта балалар йортонан сыға. Шул саҡта егеткә олатаһының өйө уға, шулай уҡ олатаһының ҡыҙына яҙылыуы тураһында хәбәр итәләр. Был торлаҡ йәшәүгә бөтөләй яраҡһыҙ була – иҙәне уйылып төшкән, стеналар ярыҡ һәм бүлмә уртаһында соҡор, ғөмүмән, ташландыҡ йорт. Әммә Белорет районы етәкселеге уны йәшәүгә яраҡлы тип иҫәпләй.
Фирҙәүскә прокуратура ла ярҙам итергә маташа, тик уларға кире яуап килә. Суд, тағы ла бер хужа булғанын иҫәпкә алып, етемгә теркәлгән йорт тураһындағы ҡарарҙы көсөнән сығарыуҙан ситләшә. Егетте торлаҡ алыуға сиратҡа ла ҡуймайҙар.
Былтыр йыл аҙағында ул Башҡортостандың Юғары судында район-ара суд ҡарарына ҡарата ялыу биреп ҡарай, әммә был юлы ла уның законлы хоҡуҡтарын күҙәтеүҙән баш тарталар.
Ошо көндәрҙә тағы ла суд булды һәм ул Фирҙәүс Шәйхетдиновҡа сиратһыҙ фатир бирелергә тейеш тигән ҡарар сығарҙы.
– Бирһен Хоҙай, сентябрҙә-августа мин торлаҡ аласаҡмын, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты егет “Честно говоря” телетапшырыуында.