Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 14:34

Бурыс – электр энергияһы менән тәьмин итеү

Һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, бер предприятиела 30-35 йыл эшләгән кешеләр була. Ошо ваҡыт эсендә юғары класлы оҫталар тәжри­бә­ләрен йәштәр менән дә ихлас ур­таҡ­лаша. “Кармаска­линсксель­хозэнерго” йәмғиәте хеҙмәткәр­ҙәре Зыя Барый улы Гәрәев һәм Мәҡ­сүт Миҙхәт улы Ғиләжет­ди­нов та - нәҡ шундай хеҙмәткәр­ҙәр.

“Кармаскалинсксельхоз-энерго” етештереү предприя­тие­һы 1982 йылдың майында бул­дырыла. Иҫке Аҡташ ауылы егете Зыя Гәрәев 1986 йылда армия хеҙ­мәтенән ҡайтыу менән бында электр ҡорол­мала­рын монтажлау буйынса өлкән мастер булып эшкә урынлаша.
- Ул йылдарҙа предприятие әлеге кеүек ҙур түгел. Хатта үҙебеҙҙең конторабыҙ ҙа юҡ ине – Ҡырмыҫҡалы ауылының Эшселәр урамындағы Механикалаш­ты­рылған күсмә колонна бинаһында ике кабинетты ҡуртымға алдыҡ. Ул ваҡытта предприятиела 25 кеше эшләне. Нигеҙҙә, эске электро­монтаж эштәрен башҡара инек. Ә 1988 йылда әлеге базаға күсендек. Һуңыраҡ сорнау цехы асылды. Электр машиналары элемент­тарын сорнаусы белгеслеге алып ҡайтҡас, мине бында начальник итеп билдәләнеләр, - тип хәтерләй Зыя Барый улы.
1991 йылда монтажсы вазифа­һына тыумышы менән Арыҫ­ландан булған Мәҡсүт Ғиләжет­диновты ҡабул итәләр. Ике йылдан һуң предприятиеға район үҙәген, һуңыраҡ Ҡабаҡ, Һалйығот, Олокүл, Урал, Прибельский ауыл­дарын­дағы электр селтәрҙәрен хеҙ­мәтләндереү бурыстары йөкмә­телә.
- Хеҙмәтләндереүсе ауылдарҙы ҡабул итеп алғанда бағаналар ағас, ә электр селтәрҙәре авария хәлендә ине. Улар аҫтында йөрөүе лә ҡурҡыныс булды. Көнөнә 10-15 урынға электр энергияһындағы авария һөҙөмтә­ләрен бөтөрөү өсөн барабыҙ. Йортоңа ҡайтырға өлгөрмәйһең, йәнә саҡыртып алалар. Шулай итеп, ғаиләмде күрә лә алмай инем. Ләкин ваҡыт үтеү менән ағас электр бағаналарын тимер-бетонға алмаштырҙыҡ, изо­ляцияланған үткәргестәр һуҙҙыҡ, барлыҡ иҫке трансфор­маторҙарҙы яңыларына алмаштырҙыҡ. Хәҙер электр селтәрендә авариялар бул­май тиерлек, уларҙы план буйынса ғына һүндереп торабыҙ. Әле, нигеҙҙә, яңы ер биләмәләре биҫтә­ләрендә электр тапшырыу линия­ларын төҙөү менән шөғөлләнәбеҙ, - ти Мәҡсүт Миҙхәт улы.
Ошо эшләү дәүерендә Мәҡсүт Миҙхәт улы һәм Зыя Барый улы байтаҡ тәжрибә туплайҙар һәм бер нисә вазифа алмаштыралар. Хәҙер Зыя Барый улы “Кармаска­линск­сельхозэнерго” йәмғиәтендә Ҡыр­мыҫҡалы һәм Прибельский участ­каларында электр энергия­һы ме­нән тәьмин итеү буйынса участка начальнигы вазифаһын башҡара. Уның бурыстары – участканың етештереү-хужалыҡ эшмәкәр­легенә етәкселек итеү, электр селтәрҙәрен дөрөҫ файҙа­ланыуын тикшереү. Ә Мәҡсүт Миҙхәт улы - электр тапшырыуҙар линияһы төҙөү буйынса баш инженер урын­баҫары. Ул юғары вольтлы электр тапшырыуҙар линияларын техник файҙаланыу һәм ойоштороуҙы тәьмин итеү буйынса эштәр баш­ҡара - юғары вольтлы линияларҙы тикшереү, ремонтлау һәм техник хеҙмәт­ләндереү планының үтәле­шен контролдә тота.
Тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫ­тан, энергетиктар үҙ эштәрен яратып башҡара.
- Эшебеҙ еңел түгел, ләкин һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға ки­лер­гә әҙер булған берҙәм коллек­тивта эшләү үҙе бер ҡыуаныс. Әгәр ҡайҙалыр етешһеҙлектәр булған урында персоналға ярҙам кәрәк булһа, беҙ шунда уҡ булышырға барабыҙ. Беҙҙең матди-техник базабыҙ ҙа ныҡлы, был директо­рыбыҙҙың тырышлығы һөҙөм­тәһе. Фәнис Ғилметдин улы Мөхәмәтйәнов – оҫта етәксе, рәхмәт уға, - ти Зыя Барый улы.
Мәҡсүт Ғиләжетдинов һәм Зыя Гәрәев үҙ эштәренең оҫталары ғына түгел, үрнәкле ғаилә башлыҡ­тары ла. Зыя Барый улы ҡатыны Рәзинә Рәйес ҡыҙы менән Әлиә исемле ҡыҙ һәм Раил исемле ул үҫтергәндәр. Әйткән­дәй, Раил да “Кармаска­линск­сельхозэнерго” йәмғиәтендә электромон­тажсы­лар бригадаһы бригадиры булып эшләй. Мәҡсүт Миҙхәт улы тор­мош иптәше Гүзәлиә Илфат ҡыҙы менән Лиа­на һәм Алһыу исемле ҡыҙҙарына ғүмер биргәндәр. Хәҙер өләсәй менән олатайҙың Артем исемле ейәндәре үҫеп килә.
Энергетиктар көнөндә Зыя Барый улы һәм Мәҡсүт Миҙхәт улы хеҙмәттәштәрен һөнәри бай­рам менән ҡотлайҙар һәм бары­һына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә­ләрендә именлек, күтәренке кә­йеф һәм, әлбиттә, эштәрендә ава­рия­ларҙың булмауҙарын теләйҙәр.
Милена ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: