Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 17:30

Рәмилдең "һуңғы һүҙе"

Бөгөнгө ултырышта ҡаршы яҡтарҙың сығыштары тамамланды. Улар һуңында ғәйепләнеүсегә һүҙ бирелде.

Чита ҡалаһында Икенсе Көнсығыш округының хәрби суды дауам итә. Былтыр армияла ҡарауылдан һуң һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән, икәүһен яралаған һалдат Рәмил Шәмсетдиновты хөкөм итәләр. Бөгөнгө ултырышта ҡаршы яҡтарҙың сығыштары тамамланды. Ғәйепләнеүсенең адвокаттары Рәмил енәйәтте "бабайсылыҡ" арҡаһында аффект хәлендә ҡылған тип бара, "сөнки өлкән лейтенант Даниил Пьянков уға өс тәүлек йоҡларға ирек бирмәгән һәм устав ятлатҡан, шулай уҡ сержант Роман Ковалев уға ҡарата көс ҡулланған. Һөҙөмтәлә, үҙ-үҙен тота алмайынса, ул атырға тотонған". Ғәйепләүселәр, киреһенсә, Шәмсетдинов мәрхәмәткә лайыҡ түгел, тигән фекерҙә. Ултырыш һуңында ғәйепләнеүсегә "һуңғы һүҙ" бирелде. Рәмил: "Мине ошо хәлгә килтереп еткерҙеләр. Улай эшләргә теләмәгәйнем. Үҙем дә аңламай ҡалдым былай килеп сыҡҡанын. Мин ҡылығыма үкенәм", – тине. Егеттең ғәйеплеме-юҡмы икәнен присяжныйҙар суды хәл итә. Фото: vk.com/wolrdchange Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: