Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 12:50

Подъезда йоҡлап йөрөй ине...

65 йәшлек Леонид Федоровты психиатрҙа иҫәптә торған 17 йәшлек ейәнсәренең ҡыуып сығарғаны тураһында күп яҙылды. Әле хәбәр итеүҙәренсә...

Һөйөнөслө хәбәр - үҙ ейәнсәренән ҡыуылып сығып, подъезда йоҡлап йөрөгән ир ирекмәндәрҙең ярҙамы менән интернатҡа урынлашасаҡ. 65 йәшлек Леонид Федоровты психиатрҙа иҫәптә торған 17 йәшлек ейәнсәренең ҡыуып сығарыуы, өлкән кешенең һыуыҡ подъездың ҡаҡ иҙәнендә йоҡлап йөрөүе, кем нимә бирә - шуны ашап көн күреүе тураһында күп яҙылды. Леонид Федоровтың ошондай аяныслы хәлгә тарыуы тураһында ишеткән ирекмәндәр уны үҙ ҡанаты аҫтына алды: йыуындырып-кейендерҙеләр, ҡырындырҙылар, медицина тикшереүе үткәртеп, дауалау башланылар. Тикшереү шуны күрһәткән: оҙаҡ ваҡыт һыуыҡта ятыуы уның бөйөрҙәренә кире йоғонто яһаған, шулай уҡ инсульт үткәргәне лә асыҡланған. Социаль селтәрҙәрҙә яңыраҡ бәләгә тарыған оло кешегә ҡағылышлы ваҡиғаларҙың ағышы менән таныштырып, "Минең ҡәҙерле ҡарттарым" мәрхәмәтлек фонды етәксеһе Ольга Ремаренко: "Хуш, айҙар буйы сүплектә ашау, ҡаты иҙәндә йоҡлау, ғазаплы иҫтәлектәр менән тулы элекке тормош! Иртәгә Леня бабай ололар өсөн тәғәйенләнгән дәүләт учреждениеһына юллана һәм беҙгә уны әҙерләргә кәрәк", - тип яҙған. Леонид Федоровтың тормошоноң ыңғай яҡҡа үҙгәреүе - бик шатлыҡлы ваҡиға, ғазаплы, көйөнөслө, шыҡһыҙ көндәре артта ҡалһын, киләсәге именлектә, тыныслыҡта, шатлыҡта үтһен ине тигән теләктә ҡалабыҙ. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: