Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 12:42

Икәүләшеп янып үлгәндәр...

Башҡортостанда төнгө янғын тағы ҡорбандар килтерҙе. Асыҡланыуынса...

22 декабрҙә, төнгө сәғәт 3-тә ҡотҡарыусыларға борсоулы хәбәр килгән: Саҡмағош районының Үрнәк ауылында, Еңеү урамында шәхси йорт янып киткән. Ваҡиға урынына тиҙ ярала урындағы ауыл хакимиәтенең ирекмән янғын һүндереүселәре менән республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ҡотҡарыусылары килеп еткән. Урында бүрәнәнән төҙөлгән бер ҡатлы йорт яныуы асыҡланған. 03.56 сәғәттә 49 квадрат метр майҙанды – тотош йортто ялмаған ут һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклектәрҙе таҙартҡан саҡта унда ике кеше кәүҙәһе табылған. Асыҡланыуынса, уларҙың береһе – 1942 йылғы ҡатын, икенсеһе – 1934 йылғы оло йәштәге ир. Әлеге ваҡытта ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в