Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 17:25

Хаҡтар төшөрмө?

Һуңғы көндәрҙә аҙыҡ-түлек байтаҡҡа ҡиммәтләнде. Был йәһәттән ниндәй саралар күрелә?

Рәсәй Президенты аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергәндән һуң сикләү саралары күрелә башланы. Хөкүмәт ултырышында Премьер-министр Михаил Мишустин урынбаҫарҙары менән аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуына бәйле хәлде тикшерҙе. “Төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы ваҡытында күҙәтеп барыу иң беренсе сиратта халыҡ мәнфәғәтендә эшләнә”, – тип белдерҙе ул. Шул уҡ ваҡытта етештереү файҙалы булып ҡалырға һәм бизнес та зыян күрергә тейеш түгел. Ҡабул ителгән ҡарарҙар: – 20 декабргә тиклем шәкәр һәм көнбағыш майы етештереүселәр, берәмләп һатыу селтәрҙәре менән килешеү төҙөү. Был аҙыҡ-түлеккә берәмләп һатыу хаҡын сикләү. – Шәкәр етештереүселәргә эшкәртеү өсөн шәкәр сөгөлдөрө алыуға 1-5 процент күләмендә ташламалы кредит биреү. – Игенгә квота һәм экспортҡа ташламалар индерелде. Он етештереүселәр һәм икмәк ризыҡтары аҙыҡ-түлегенә субсидия биреү. – Сығарылған көнбағыш орлоғона 30 процент күләмендә таможня пошлинаһы индерелә, әммә ул тоннаға 165 евронан кәм булмаясаҡ. Мәғлүм булыуыныса, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың төбәктә аҙыҡ-түлек тауарҙары баҙары торошона мәғлүмәти-аналитик күҙәтеү үткәреү буйынса эшсе төркөмө ағзалары Хәлил Рәхимов, Әлфәрис Байсурин һәм Вячеслав Рябов Өфөләге ҡайһы бер магазиндарҙа мөһим аҙыҡ-түлек хаҡына мониторинг үткәрҙе. Федераль һәм урындағы сауҙа селтәрҙәре магазиндарында һәм күмәртәләп-берәмләп һатыу базаһында парламентарийҙар хаҡтарҙы сағыштырҙы, сауҙа предприятиелары етәкселәре һәм һатып алыусылар менән һөйләште. Депутаттар менән аралашҡан һатып алыусылар аҙыҡ-түлекте бәрәмләп һатыуҙағы хаҡтарҙы төрлөсә характерлай. Кемдер үҙгәрештәрҙе һиҙмәгән, кемдер хаҡтарҙың үҫеүен һиҙелерлек тип иҫәпләй. Парламентарийҙар күҙәтеүенсә, ғәмәлдәге хаҡтар статистика һандарына яҡын. Рәсәй Генераль Прокуратураһы ҡушыуы буйынса Башҡортостан Прокуратураһы вәкәләтле орргандар менән берлектә хаҡты көйләү өлкәһендәге ҡануниәтте боҙоуҙы асыҡлауға һәм туҡтатыуға йүнәлтелгән тикшереү ойошторҙо. – Нигеҙ булған осраҡта, прокуратура сараһын күрәсәк. Социаль әһәмиәткә эйә булған аҙыҡ-түлеккә ныҡ хаҡ артҡан осраҡтар тураһында республика халҡы йәшәгән урындары буйынса прокуратура органдарына хәбәр итә ала, – тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән. Ошо көндәрҙә магазин кәштәләрендә шәкәргә, көнбағыш майына хаҡ бер аҙ төшөүе күҙәтелде. Бәлки, башҡа аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтарҙы төшөрөрҙәр... Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: