Алтылағы - алтмышта, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, моғайын. Әлшәй районында иҫерек килеш трактор руленә ултырған пенсиялағы ир суд алдына баҫҡан. Был хаҡта район суды мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр иткән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны быйыл көҙ - 2 сентябрҙә туҡтата. Водителдең иҫерек икәнлеген һиҙгәс, алкотесторға өрҙөрәләр. Киҫәмәһә киҫәмәй икән кеше! Ә бит ул ошо йылдың февралендә иҫерек көйө рулгә ултырған өсөн идара итеү хоҡуғынан йыл ярымға ҡолаҡ ҡаҡҡан булған. Шулай ҙа суд тикшеренеүҙә ярҙамы, ғәйебен тулыһынса танығаны өсөн, ирҙең йәшен дә иҫәпкә алып, ҡарарын бер аҙ йомшартҡан. Уны 60 сәғәт мәжбүри эштәргә ҡушып, ике йылға транспорт менән идара итеүҙән мәхрүм иткәндәр. Бәлки, ошо арауыҡта был олпат йәштәге ир аҡылыға ултырыр тип өмөтләнәйек. Фото интернеттан. Автор: Миләүшә Сайтакова