Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Декабрь 2020, 15:28

Республика данын Зилиә Бәхтиева яҡлаясаҡ

Бөгөн, 20 декабрҙә, “Turkvision-2020” халыҡ-ара телевизион йырсылар конкурсы онлайн форматта үтә.

Бөгөн, 20 декабрҙә, “Turkvision-2020” халыҡ-ара телевизион йырсылар конкурсы онлайн форматта үтә. Быйыл Башҡортостан данын йырсы Зилиә Бәхтиева яҡлаясаҡ. Ул "3" һаны аҫтында сығыш яһаясаҡ һәм республикала киң танылыу яулаған “Халҡыма” йырын башҡарасаҡ. Сара киске 18.00 сәғәттә башлана. Жюри составында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы Айгөл Әхмәҙиева ҡатнашасаҡ. “Turkvision-2020” – йыл һайын ойошторолған заманса эстрада йырҙары конкурсы. Унда төрки илдәре, төбәктәренән йырсылар ҡатнаша. Сара “Сәләм” телеканалында күрһәтеләсәк. Яҡташыбыҙ өсөн тауыш биреү мөмкинлеге лә бар. Был сараның үткәрелеүе ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашыра. Уны тормошҡа ашырыу 2019 йылдың 1 мартында башланғайны. "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр" һәм "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора һәм 2024 йылға тиклем тип иҫәпләнгән. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: web.archive.org Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: