Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Декабрь 2020, 06:10

Хәбиров ниңә быйма кеймәй?

"Быйма йылытыусы ғына түгел, илһам биреүсе лә ул. Ләкин..."

Эх, булды шундай ваҡыттар - декабрь аҙағында Яңы йыл кәйефе менән көрт йырып эшкә бара торғайныҡ. Ундай ҡарлы ваҡыттарҙа хатта ҡала кешеләре лә быйма кейеп йөрөр ине. Был һүҙҙәрҙе Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Хәбиров та хуплай. Быйма йылытыусы ғына түгел, илһам биреүсе лә, ти ул. "Һуңғы йылдарҙа ҡыштар йылыраҡ килә. Өҫтәүенә быйыл ҡар ҙа аҙ, – тип уфтана ул. – Бөгөн быйманы бик теләп кейер инем дә... Ә бит быймалар һуңғы йылдарҙа төрлө-төрлө итеп күпләп баҫыла, заказ буйынса ла эшләнә башлағайны. Рәхәтләнеп кей генә! Гастролдәргә сыҡҡанда бигерәк тә йәтеш, уңайлы бит ул. Ғөмүмән, ҡар күберәк яуһын тип теләйек. Быймаһыҙ ҡыштың йәме бармы ни?" Эйе, ҡар күберәк яуһын тип теләйек, дуҫтар. Ҡарлы, быймалы ҡыш үҙе бер матур мәл генә бит. Һоҡланғыс, илһамлы мәл... Фото: superpuper.ru Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: