Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Декабрь 2020, 06:05

Әгәр күршеләре ярҙамға килмәһә...

Ишембай районында 69 йәшлек ирҙең өйөндә янғын сығып...

Ишембай районында янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма тауышын ишеткән күршеләре 69 йәшлек ирҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Был хаҡта КП-Өфө яңылыҡтар порталы хәбәр итә. 18 декабрь кис була был хәл. Күршеләр ирҙе ут ялмаған өйҙән алып сығыуға өлгәшә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты билдәләүенсә, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма был йортҡа яңыраҡ - ноябрҙә генә ҡуйылған. Ҡаза урынына янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Маҡар ауыл Советынан үҙ теләге менән ярҙамға кешеләр килеп, дөйөм көс менән янғынды еңәләр. Алдан күҙаллауҙарынса, ут мейестән сыҡҡан. Ҡышҡы һыуыҡтар осоронда йылытыу ҡоролмаларын ҡулланғанда, мейес яҡҡанда бер ваҡытта ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығарырға ярамай. Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетынан. Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: