Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Декабрь 2020, 06:00

Балаларыбыҙ ҡаза күрә бит...

Еңел автомобиле ҡаршыға килгән “ЗиЛ” менән бәрелешкән. Ә эстә ете йәшлек бала булған...

18 декабрҙә көндөҙ Кушнаренко районында Мәскәү – Өфө юлының 1279-сы километрында 39 йәшлек ир идара иткән “Chevrolet Cruze” автомобиле ҡаршыға килгән “ЗиЛ” менән бәрелешкән. Махсус машинаның водителе – Шишмә районында йәшәгән 52 йәшлек ир – юлдағы ҡарҙы таҙартҡан булған. Еңел автомобиль водителе менән уның ете йәшлек улы йәрәхәтләнгән, улар дауаханаға илтелгән. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Республика ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән тәүлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 3100 осрағы теркәлгән һәм алкоголле эсемлектәр эскән килеш машинаға идара иткән 84 водитель тотолған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Киләһе Яңы йылды тик матур яңылыҡтар менән ҡаршылайыҡ, дуҫтар! Фото: республика ЮХХДИ-һы. Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: