Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Декабрь 2020, 16:00

ҠЫҪЫР

Сания тәртешкәһе менән мейес йүшкәһен ябырға тип ынтылғанда ғына телефон зыңланы. «Балам!» Тәки йүшкегә үрелеп етә алмай ҡалған күпте күргән суйын тәртешкә ҡәҙерһеҙгә әүерелеп мейес ҡыҙырымында ятып ҡалды, хужабикәһе хәленән килгән йылдамлыҡ менән иҙән балаҫтарына эләгә-тәгәрәй телефон ултырған кескәй өҫтәлгә ташланды. Унан, бер яҡ ҡолағын яулыҡ япмаһынан сығарып алып трубканы терәне лә, зыңғырлауҙы ғына көтөп телефон төбөндә ултырған кешеләй, татлы тауыш менән һуҙып ебәрҙе:— Әлле-еү-ү…

Сымдың теге осонда сылтыратып көлөп ебәрҙеләр. Етмеште ашатлаған әсәһенең телефондан тауышын үҙгәртеп, сәхнәгә сығып баҫҡан әртис кеүек һөйләшеүен ҡыҙыҡ күрә ҡыҙы. Әсәһенә ни - нимә, ҡыҙының шырҡылдағанын тыңлап, төҫө бөткән ирендәрен йырып, кинәнеп тик тора.

— Йә, көл әйҙә, көл, гонаһтарым бөтөр… Әсәң шулай белгәс тә шәп әле.

Теге яҡ көлөп туйҙы ахыры, һөйләшергә булды:

— Әсәй, һаумы!

— Һауғынамы, балам, һауғынамы. Шәпбеҙ әле, шәпбеҙ, Аллаға шөкөр.

— Нишләп ултыраһың?

— Мына, мейес бөткәнен көтәм әле, минең ни, ҡыйраған эшем бармы. Үҙегеҙ ни хәлдә, балам? Кейәү нишләй?- ҡыҙы былтыр тормошҡа сыҡҡайны.

— Нишләһен – эшләй, һи-һи-һи! Кейәүеңә ни булһын.

— Бумаһын шул, бумаһын, имен-һау эшләп йөрөһөн, ир кеше ни.

— Ҡалай әй, «Кейәү ҙә кейәү», балаһының хәлен һораған юҡ, һи-һи-һи.

— Аһ-аһ, һиңә ни булды? – Был яҡтың тауышы һағая төштө.

— Булманы… - теге яҡтың ниндәйҙер сер сисергә теле ҡысып тороуы баштан уҡ һиҙелә ине инде. – Бер ҡыҙыҡ әйтәйемме?

Был яҡ сабырһыҙланып китте:

— Уй алла, һәҙергенең ҡыҙығы ла ҡурҡыта бит әле. Йә, әйтә һал, йөрәкте ҡуҙғытып ни…

— Әсә-әй, мин ауырлы…

Әсә бер аҙ телһеҙ ҡалып торҙо, унан шаулап ҡайнап китте:

— А-ай, балам, һөйөнсөһөнә уң ҡолағың! Ҡалай һәйбәт буған! Мына, төнгә ҡаршы ҡалай яҡшы хәбәр ишетәм. А-ай, әттәгенәһе! Мына һиңә! Кейәү ни ти?

— Ул белмәй пока, һиңә генә әйтәм, башҡаларға өндәшмәй тор, йәме.

— Йә. Балнисҡа барҙыңмы һуң?

— Барҙым-барҙым, йөҙ төрлө анализдар тапшырҙым – все нормально.

— Берәй нәмә ашағың килмәйме? - Әсәнең былай ҙа нескә күңеле йомшарып, тауышы нәҙегәйеп китте.

— Йә, ила инде хәҙер. Ҡаҙ ите ашағым килә что-то.

— Алып киткәнең бөттө ләме ни?

— Юҡ, бындайҙы түгел, ҡаҡланғанын. Быйылғыларға тоҙ һеңеп өлгөрмәгән әле, тәме юҡ.

— А-ай, алла, күрше-тирәнән һораштырмаһам…

— Кит, шулайтып һоранып йөрөмәҫһең инде, булғас ашармын. Әйҙә, үҙеңдең хәлеңде һөйлә…

Әсә менән ҡыҙ күңелдәре булғансы, трубкалары төтәп китә яҙғансы һөйләште. Һорашырлыҡ хәбәрҙәр һорашылып, һөйләйһе һөйләп бөтөлгәс, ҡат-ҡат хушлашылып, йылып киткән трубкалар көскә урындарына төшөп ятты.

«Балам… ауырлымын, тиме…» Сания төнгә ҡаршы килеп төшкән һөйөнөслө хәбәр шауҡымынан арына алманы. Берсә үҙ алдына кеткелдәп көлөп ебәрҙе, берсә төпкә батҡан күҙ ҡабаҡтарын сәпелдәтеп, һаран ғына йәш бөртөктәрен һығып сығарҙы ла, күлдәк итәген ҡайырып, танауын фырылдатып һеңгереп ҡуйҙы. «Баламды, ҡартлыҡ йыуанысымды минең, йә инде…»

Унан ҡапыл ниҙер иҫенә төшөп, ашыға-ашыға һандыҡ һыуытҡысын ҡутарырға тотондо. Шыҡырайып туңған ап-аҡ тәнле һимеҙ-һимеҙ ҡаҙҙар, йомғаҡ-йомғаҡ майҙар иҙәнгә теҙелеп китте. «Әһә… Бар һымаҡ ине шул…» Һыуытҡысына төшөп китерҙәй булып соҡонған әбей эҙләгәнен һөйрәп сығарҙы. Уныһы ҡуш йоҙроҡтай ғына ит киҫәге булып сыҡты. Былтырҙан ҡалған ҡаҡланған ҡаҙҙың бер генә бот өлөшө.

Был табыштан, мейесен баҫып, татлы хыялдар менән йоҡларға ятырға йөрөгән Санияның ниәте ҡырҡа үҙгәрҙе. «Баламдың… ашағыһы килгәс… булған итте ни – апарайым.» Уйланды ла – хәл дә ителде. Юлға кейергә кейемдәр әҙерләнде, аҡса төйнәлде, күстәнәскә китәһе аҙыҡ-түлек һыуытҡыстың бер мөйөшөнә күсеп ятты. «Күршеләренә төнгә инеп йөрөмәҫ, иртәнсәк афтауызға сыҡҡанда өндәшер. Мейесенә яғып, эт-бесәйен ашатып торһалар, ике-өс көндә урап та ҡайтыр, Алла бирһә…»

Икенсе көн, төшкә ҡарай, баштан аяҡ сынъяһау итеп кейенеп, ҡупшыланып алған Сания инәй ҡалаға юлланған автобуста елдерә ине

инде. Ярымбуш салондың алғы ултырғыстарында иркенләп, аяҡ аҫтындағы йылытҡыстан өргән йылы һауаға иреп, ойоп китеп ултырһа ла, ҡыҙының «Ауырлымын» тигәненән күңел төпкөлдәренән ирекһеҙҙән ҡалҡып сыҡҡан хәтирәләрен һүтте.

… Сания Афзалды ун ете йәшенән яратты. Һалдаттан ҡайтып төшкән егетте туған-тумасаһы, дуҫ-ише өйҙән-өйгә йөрөтөп ҡунаҡ итә ине. Йәшкелт-һоро гимнастерка, галифе салбар, йылтырап торған кирза итектәр кейгән буйсан егетте урамдан гармун тартып үтеүселәр араһынан ҡараштары менән генә әллә ҡайҙан айырып алды ла, күҙҙән юғалғансы күҙәтте. Шул бер күреүҙән татлы хыялдар, йоҡоһоҙ төндәр алып килеүсе ғазаплы мөхәббәт уты тоҡанды ҡыҙ йөрәгендә.

Сания үҙе лә йәмһеҙҙәр иҫәбенән түгел. Хатта киреһенсә: һомғол кәүҙәле, алһыу битле, һәр ваҡыт көлөп торған ҡыҫығыраҡ һорғолт күҙле, уймаҡ ҡына бүлтек иренле илгәҙәк ҡыҙ булып үҫеп еткән ине ул. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, Афзал да аңғарҙы уны һәм әхирәттәре аша киске уйындарға саҡыртты, сәбәп тапҡан булып быҙау фермаһына килеп сыҡҡыланы, һауынсыларҙың аҫтыртын йылмайыуына иғтибар итмәҫтән, Санияға ярҙамлашҡан булды, ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп көлдөрҙө. Әсәһе генә өнәп етмәне уларҙың дуҫлығын: «Шыр ҡыҙҙар араһында һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек үҫкән егеттән фәтеүә булырмы икән, ҡыҙым», - тиер ине әйләнер ҙә. Ә Сания ул ваҡытта Афзалдың үҙен генә түгел, уның апайҙарын да, ата-әсәһен дә, хатта ул йәшәгән өйҙө, урамды, ул йөрөгән юлдарҙы ла ярата һәм һөйгәненә бер генә лә һүҙ тейҙергеһе килмәй ине. Әсәһен дә: «Ул һәйбәт ул, әсәй»,- тигәне менән тыйҙы. Әсә: «Һәйбәттер ҙә ул…», - тип үҙ алдына һөйләнгән булыр ҙа бошоноп ҡалыр ине.

Бер йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәс, алтын япраҡтар шыптырҙап ер өҫтөн ябып, торналар сыңрап хушлашҡан мәлдә туй үткәрҙеләр. Тәүге йыл, яңы өйләнешкән йәштәргә хас булғанса, ғаилә тормошона, ир менән ҡатын булып йәшәүгә өйрәнеүгә бағышланды. Сания, төп йортҡа төшкән килен булараҡ, таңдан тороп ҡәйнә йортондағы мал-тыуарҙы баҡты, унан фермаһына йүгерҙе. Унда ла йәш быҙауҙар

асығышып көтөп тора. Афзал колхозда тракторист. Әлбиттә, эше етәрлек, әммә буш ваҡыттары ла юҡ түгел. Тора-бара Сания шуға иғтибар итте: ире йорт-тирәһендәге мәшәҡәттәргә бөтөнләй ҡыҫылмай булып сыҡты. Мал-тыуар тәрбиәләү ҙә, кәртә-ҡура таҙалау, һыу алып килеү, мунса яғыу, баҡса ултыртыу, картуф күмеү, алыу кеүек эштәр тулыһынса ҡатын-ҡыҙ елкәһендә ине был өйҙә. Ир кеше бары бесән эшләүҙә ҡатнаша ла (уныһында ла ҡатынһыҙ булмай), утын алып килә…

Сания ҡара эшкә күнеккән, атайһыҙ үҫтеләр бит, бында ла һыр бирмәҫкә тырышып, йүгермәләп йөрөнө. Эштә быҙауҙарының, өйҙә ҡәйнәһе менән иренең күңелдәрен күрҙе. Ҡәйнәһе насар булманы былай, үҙе лә баш баҫып мыштырлап ҡына йөрөүҙән башҡаны белмәй ине.

Бөткөһөҙ, мәңге кәмемәҫ эш баҫыуға ғына бирешмәҫ ине лә Сания, кемдә лә шулдыр бит, уны, барыһынан да бигерәк, бына һаман балаға уҙа алмауы борсоно. Бергә йәшәүҙәренә ике йылдан ашып барғанда, был мәсьәлә бер ҡатынды ғына түгел, ҡәйнәһен дә, әсәһен дә, ирен дә борсой ине инде. Ул-был һүҙ араһында ла ҡәйнәһе «балағыҙ булһа әллә», «ейәндәр һөйгәндә», «улымдың балаһын ҡулға тотоп буламы» тигәнерәк хәбәрҙәр ысҡындырғыланы. Ире лә: «Беҙ бәпәй алмайбыҙмы шул»,- тигән һорауҙы йыш бирҙе. Ә ҡайынбикәләре табын һайын күҙгә ҡарап: «Ҡустыбыҙға бала кәрәк бит»,- тиеүҙе ғәҙәткә индерҙе.

Ә бала булманы ла булманы. Санияға «балаһыҙ» мөһөрө баҫылды. Йылдан-йыл холоҡһоҙлана, бәйелһеҙләнә барған ире эскән йә талашҡан һайын, кеше-маҙарға ҡарап тормаҫтан, «Ҡыҫыр!» тип ҡысҡырҙы. Ошо бер һүҙ менән ҡатынының ауыҙын ябып, өнөн тығып, бөтөрөп, иҙеп ташлай ине.

Больницаға ла барманы түгел, барҙы Сания. Тикшерелде, анализдар тапшырҙы. «Барыһы ла нормально, буғай, ирегеҙ менән бергә килеп тикшерелегеҙ»,- тип ҡайтарҙылар. Тегеһе бара буламы

һуң: «Мин нимә һиңә позориться итеп йөрөргә. Белгең килһә, армияла минән бер мәрйә ауырлы булып ҡалды. Күп йәнгә тейһәң, киттем-барҙым шунда кире», - тип кенә ебәрҙе. Был хәбәрҙе кесе апаһы ла: «Эйе, бер ҡыҙ «балаң тыуҙы», тип хат яҙып ятты, беҙ күрһәтмәнек»,- тип дәлилләне. Бер ятып дауаланып ҡарағайны, ире: «Ул ниндәй бөтмәҫ балнис, донъяңды кем ҡарай»,- тип асыуланғас, ҡабат йөрөмәҫ булып төңөлдө.

«Төңөлдө» тиеүгә генә һыйып етмәҫ ине Санияның кисергән хәсрәттәре. Ҡатындар ҡулында бала күргән һайын эсе өҙөлдө, күкрәктәре сәнсте. Тумалаҡ сабыйҙарҙы һығып-һығып ҡосаҡлағыһы, һурып-һурып үпкеһе килде. Төштәрендә бала имеҙгәнен, тупылдатып һөйгәнен күреп уяныр ҙа мендәрен ҡосаҡлап-ҡосаҡлап үкһеп илар ине. Шундай мәлдәрендә иренә: «Әллә детдомдан бала алайыҡмы?» - тиһә, тегенеһе: «Шәп булғас, үҙең тап! Кеше балаһын ҡарап ултырырға мин нимә?!»- тип екерҙе.

Шулай үтте йәш саҡтары. «Балаһыҙ» тамғаһы аҫтында булғастың, бер ниндәй ташламаға ла өмөт итмәне, ҡайынбикәләренең дә, ҡәйнәһенең дә һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәләре, картуф алыу, бесән сабыу кеүек иң ауыр эштәрендә йөрөнө, күңел бушлығын шуның менән баҫырға, үҙенә бошонорлоҡ ваҡыт ҡалдырмаҫҡа тырышты.

Санияның ҡырҡ биш йәше тулып уҙған йылдың яҙында, көтмәгәндә Афзалы тракторҙан баҫылып үлеп ҡалды. Гаражда ремонт ваҡытында ирҙәр эскән дә, был иҫерек килеш дамкрат менән тракторын яҙа-йоҙа күтәртеп, аҫтына инеп ятҡан һәм тегенеһе ысҡыныпмы, һыныпмы китеп, ауыр тимер масса ирҙең үпкә-бауырҙарын иҙә төшкән. Был ваҡытта ҡәйнәһе лә юҡ ине инде. Ҡатын былай ҙа ҡото булмаған донъяһында бөтөнләй яңғыҙ ултырып ҡалды. Инһә лә, сыҡһа ла бер үҙе, ҡараусы, күреүсе, һораусы юҡ.

Шулай ҙа кеше ыңғайына мал-тыуарын, ҡош-ҡортон көттө, быҙауҙарын да ташламаны әле. Күптәр колхоздан сығып бөтһә лә, кеше араһында йөрөүен әллә ни күреп, эшләй бирҙе. Ире тере саҡта

аралаша алмаған күршеләре менән яҡынлашып алды, бер аҙ теремекләнә, асыла төштө.

Бер көн эштән ҡайтып йыуынып торғанда, күрше ауылда йәшәүсе өлкән ҡайынбикәһе килеп инде. Сания аптырап китте, уларҙың, Афзалды ерләгәндә, ҡустыларының үлемендә лә, эсеүендә лә, балаһыҙ, бәхетһеҙ булыуында ла килендәрен ғәйепләп, әрләп, тиргәп, ҡарғап ҡайтҡандан һуң, был өйгә аяҡ баҫҡандары юҡ ине әле. Сания «бынан нимә көтөргә инде» тип аптыранып ҡалһа ла, көсәнеп йылмайған булды, түргә саҡырҙы:

— Үтегеҙ, Мәликә апай…

Ҡайынбикәһе танау буйынан ҡарап, ауыр кәүҙәһе менән тап-топ баҫып түрбашҡа атланы:

— Үтәм, әсәм йортона киләм бит, сит ергә түгел.

Сания үҙе, йомошҡа килгәндәй уңайһыҙланып, һаман ҡулъйыуғыс эргәһендә тапанды. Мәликә ҙур булмаған иҫкерәк өйҙөң эсен үткер ҡараштары менән һөҙөп сыҡты ла, ниһайәт, килененә боролоп:

— Йә, шәпме, - тине.

— Һәйбәт әле, үҙегеҙ…

— Һүҙ һөйҙәшергә килдем. Йомош тип, йомош та түгел, ҡыҫҡаһы – тыңла, килен. Ҡустым менән нисек йәшәһәгеҙ ҙә, аҙ ғүмер бергә булманығыҙ. Бала тапмаһаң да, ташлап китмәне, өҫтөңдән ситкә йөрөмәне – кемдең тырышлығы менән, тип уйлайһың? Мин ныҡып, тыйып тормаһам, әллә ҡасан теге мәрйәһенә шылған булыр ине.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: был йорт минең әсәйҙеке, һеҙ үҙегеҙ өй һалманығыҙ бит. Ҡустым да, ҡалдырыр балағыҙ ҙа булмағас, нимәһен бер үҙеңә булный өй тоторға. Бында минең уртансы малайҙың ғаиләһен сығарайыҡ.

— Ә..ә… мин ҡайҙа китәйем һуң?..

— Һин беҙгә күс, мин кинйә малай менән генә бит. Бергә-бергә көн итербеҙ әле.

«Эйе» лә, «юҡ» та тимәне ҡайынбикәһенә Сания. Шулай ҙа үҙенә был йортта көн бөткәнлеген аңланы. «Бергә-бергә» тигәне лә хеҙмәтсе хәлендә йөрөү икәне көн кеүек асыҡ. Әйтәһен әйтеп бөткәс, ҡайынбикәһе, сәйгә саҡырыуҙы ишетмәмешкә һалышып, нисек килгән булһа, шулай сығып та китте. Ауыр уйҙарға сорналып ултырып ҡалды ҡатын.

Ошо хәлдән һуң «Колхоз етәксеһенә барып берәй мөйөш һорайым микән, әллә ситкә сығырға ла китергәме, мине нимә тота»,- тип йөҙ төрлө уй уйлап йөрөгәндә, яусы килеп төштө. Кемдән-кемдән – Ибраһим ҡарттан бит әле. Ауылдағы хөрмәтле, абруйлы кешеләрҙең береһенән. Ғүмер буйы тимерсе булып эшләне, ҡулы ҡойоп, теле һөйләп, күҙҙәре көлөп торор ине. Кешелекле, игелекле, оҫта, йор һүҙле булғаны өсөн дә яраттылар был ағайҙы. Нисә йылдар тауыш-тынһыҙ ғына ғүмер итеп, һигеҙ баланы бергә үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғас ҡына тигәндәй, ике йыл элек әбейе вафат булып ҡалғайны. Балалары уҡымышлы кешеләр, барыһы ла ҡалала, ҡайһылары бөтөнләй алыҫта ла, тиҙәр. Сания тамам баҙап ҡалды.

Яусыны яуапһыҙ бороп сығарыуға аҙна-ун көн тирәһе үткәс, яңғыҙ ҡатындың ихатаһы тәңгәленә ят машина килеп туҡтаны. Эсенән таныш булмаған ҡатын төштө. Ҡараһа – артынан Ибраһим ҡарт та эйәргән. «Вәт, алйот… Был бабай балаһын эйәртеп әпкилде микән, ай, алла…»

Килеүселәр хужабикәне кеселекле сәләмләп түргә үтте, хәл-әүәл, донъя яйын һорашты. Сания, йәш ҡыҙ шикелле уңайһыҙланып, урындыҡ ситенә генә терәлеп ултырҙы ла, шаңҡыған кешеләй эләгә-һарҡа ғына яуаптар биргеләне. Ниһайәт, ҡарттың ҡыҙы төп һүҙгә күсте:

— Сания апай, беҙҙең һеҙгә ней йомош менән килеп ултырыуыбыҙҙы беләһегеҙҙер инде. Һеҙ ҙә яңғыҙ, атай ҙа яңғыҙ…

бергә йәшәп китһәгеҙ, ҡалай һәйбәт булыр ине. Һеҙҙе хөрмәт итеп, төбәлеп килдек инде…

Сания ни тиергә лә белмәне:

— Әлләсе… уйламағанды…Иргә сығыу ике ятып бер төшкә ингән нәмә түгел ине…

Ҡатындарҙың һүҙе ошо тәңгәлдә төртөлөп ҡалғас, Ибраһим ҡарт үҙе лә телгә килде:

— Ней, Сания килен… Сания ҡәрендәш, һине үҙ итеп, оҡшатып яусылағайным… Ҡаҡмам-һуҡмам, бака үҙемде лә, мал-тыуарымды ла ҡарайым әле, алтмыш ике ир кеше өсөн артыҡ оло йәш түгел ул… Ней, ихлас саҡырам…

Ярты ай тирәһенән ошондай уҡ һөйләшеү тағы бер ҡабатланғас, Сания «ни булһа, шул булыр» тип, Ибраһим ҡарт йортона күсте лә сыҡты. Ауылда «Ну, бабай!» - тип бер геүләнеләр ҙә тындылар.

Яңы урында яңыса тормош башланды. Ир тарафынан иғтибарға, ихтирамға, наҙға өйрәнмәгән ҡатынға башта бөтәһе лә сәйер тойолдо. Бер көн бабайы малға бесән һалғанда кипкән сәскәләр йыйып индергәс, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе хатта. Ә инде тыуған көнөнә ҡабарып торған йылы кофта тотоп ҡайтҡас, ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш алды.

Бабайы ҡатынының ҡулына һәнәк-көрәк тотторманы, һыйыр һауыуҙан тыш, кәртә тирәһенә сығарманы, һыуҙарын да өлгөргән тиклем индереп биреп, сығарып түгеп ҡуйҙы. Ауыҙынан бер яман һүҙ сыҡмай икән үҙенең, йыш ҡына мәрәкәләп, эргә-тирәләгеләрен көлдөрөп, күңелдәрен күтәреп ебәреүгә әүәҫ. «Ғүмер буйы ошолай йәшәһәләр, бының әбейе ҡалай бәхетле булған»,- тип уйлай ине йыш ҡына Сания бабайына ҡарап.

Матур ғына итеп ярты йылдай йәшәп ташланылар. Балалары ла килгән-киткәндә атайҙарының ҡараулы, таҙа, бөхтә донъяла

ултырыуына, апайҙарының итәғәтле, алсаҡ булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Сания ла оло ғаилә ҡайнашына, йәшәйешенә өйрәнеп китте.

Субырҙап ҡар һыуҙары иреп аҡҡан, ҡыйыҡ баштарында турғайҙар сырҡылдашҡан йылы иртәлә, ялан кәртәлә һыйыр һауа ине ул көн Сания. Күңеле, ниңәлер, яҙғы көн шикелле үҙгәреп, йылпылдап торған мәл. Эйендеһен тартҡылағас, быҙауын ысҡындырайым тип ҡалҡынғайны, ҡапыл күҙ алдары ҡаранғыланып, аяҡ быуындары бушап төштө. Ул арала һыйыры сабырһыҙланып тулы биҙрәһен сайпылдыра тибеп ебәрҙе. «Ай алла, нимә булды был…» Көскә ҡалҡынған ҡатын кәртә ҡоймаһына терәлеп баҫты, бағана төбөнән иреү ҡарҙы тырнап алып битен, маңлайын һыпырҙы. Күҙе-башы асыла төшөүгә, икенсе бәлә ҡалҡып сыҡты – уртаға һындырып, уҡшытып ебәрҙе. Тотош тәне менән тартышып-көсәнеп, эсеп кенә сыҡҡан ике кәсә сәйен сығарып һалды. «Һыуыҡ теймәгәндер ҙә, һалыу микән…» Ярай әле бабайы ат эсерергә йылға буйына төшкән, оятҡа ҡалыр ине. Ҡатын бер аҙ хәл алғас, быҙауын ҡушты ла, ҡалған һөтөн тотоп, өйгә ыңғайланы.

Ике-өс көндән тағы ла шундайыраҡ хәл сыҡмаһа, Сания быныһын онотҡан да булыр ине. Сәй ултыртып йөрөгән еренән, ҡайнар самауыр менән ҡолап китә яҙҙы. Ярай әле бабайы йылдам ғына тороп, ҡулынан самауырын алып өлгөрҙө. Ҡурҡышынан ҡатыны янында ата ҡаҙҙай өйөрөлдө:

— Ауырып тора инеңме әллә, Сания? Нишләп миңә әйтмәҫкә? Ят, ятып тор ундай ваҡытта, ҡасып барған эш бармы?

Сания уңайһыҙланды:

— Ҡуйсәле, өй эсендә ауырып ултырмаға, ни. Эштә йонсоп йөрөһәм, бер асыу (бабайының кәңәшен тотоп, эшен дә ҡалдырғайны)

Ибраһим ҡарт берсә фельдшерҙы саҡырырға, берсә ҡатынын үҙе алып барырға булып китте. Тегенеһе ҡарышты. Бабайы өҙмәне лә ҡуйманы:
— Бар тигәс – бар, зыяны булмаҫ, - тип теҙҙе, - Факиһа апайың да шулай балнисҡа яҡын барманы, тыңламаны… Улай ярамай, үҙеңде ҡарарға кәрәк.

Йәш кенә фельдшер ҡыҙ быға тиклем медпунктына аяҡ баҫҡаны булмаған апайҙы ҡыҙыҡһынып ҡаршы алды. Үҙенән күпкә өлкән Ибраһим бабайға сығып йәшәп ятҡанын ишетеп белһә лә, бер ҙә күргәне юҡ ине.

Санияның һөйләгәндәренән һуң бер аҙ уйланғандай торғас, фельдшер, ниндәйҙер ҡарарға килгәндәй, йылдам атлап барып шкафынан ҡалын китап килтереп сығарҙы ла өҫтәленә һалып, кәрәкле битте эҙләп тапты. Унан белдекле генә итеп:

— Апай, һеҙгә нисә йәш әле? – тип һораны.

— Ҡырҡ һигеҙ…

— Күремегеҙ киләме әле?

— Ы-ы… һуңғы ваҡытта килгәне лә юҡ, шикелле. Тәк, бер түгел… ике ай булалыр…

— Ну вот, шулайҙыр, тип уйлағайным… - ҡыҙ нәфис бармағының алһыу тырнаҡ осон китап битендәге таблицаға төрттө.

— Нимә инде?

— Һеҙҙең климакс башланған, апай.

— Кли-макс-с…

— Эйе, һеҙҙең йәштәр тирәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы. Сиптомдарығыҙ ҙа шул, күремегеҙ ҙә туҡтаған. Шулай уҡ баш ауыртырға, әйләнергә, ҡоҫторорға мөмкин, тип яҙылған бына. Ана, ҡайһы бер апайҙарҙа ауырыраҡ та үтә әле, ярай һеҙҙеке более-менее.

Сания фельдшерҙың лекцияһын тыңлап, алсаҡ ҡыҙҙың ихлас аңлатыуына күңеле булып, эсенән: «Йәш кенә булһа ла, ҡалай күп белә»,- тип һоҡланып ҡайтып китте. Өҙөк-йортоҡ аңлатып, бабайын да тынысландырҙы.

Еңелсә ауырыҡһына биреп йөрөүенә күнегеп тә бара ине инде ҡатын. Бөркөү йәйҙең тәүге көндәрендә, тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә һыу ҡойоп йөрөгән ерҙән, ҡапыл эйелгән ыңғайы ҡорһағының өҫкө өлөшөндә генә нимәнеңдер һыу эсендәге балыҡ шикелле ҡымырйып тулап киткәненән тертләп, ҡулындағы сүмесен төшөрөп ебәрҙе. Үҙе «Ах!» итеп сүгәләп төштө лә ҡурҡышынан усы менән ауыҙын баҫты. Оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы Сания шул урынында. Ҡулдары һуңғы ваҡытта ҡалынайып киткән билен, ҡата төшкән эсен ҡапшаны, мейеһенән йөҙ төрлө уй үтте. «Китсе! Юҡтыр-юҡтыр… булыуы мөмкин түгел!.. Әгәр ҙә ысынлап…Юҡ-юҡ! Климакс тигәне ошолай булалыр, бәлки… Ә нимәһе ҡыбырлай һуң? Әллә икенсе берәй ауырыу микән? Рак булып ҡуйһа? Ҡалайтырға был? Кемдән һорарға?»

Ҡабаттан фельдшер ҡыҙға барып торманы – оялды. Бабайына: «Районға барып, анализ бирергә ҡуштылар»,- тине лә юлға сыҡты. Тегенеһе: «Ҡалырға булһа, ҡалып күрен, ят тиһәләр – ят, кәрәк нәмәне үҙем алып барырмын», - тип ҡалды.

Үҙенә ниндәй врач кәрәклеген тоҫмаллап, ҡатын-ҡыҙҙар өйкөлөшкән кабинетҡа сиратҡа баҫты Сания. «Минең йәштәгеләр бында йөрөмәйҙер инде»,- тип тартынып ҡына килһә, бында йәше лә, ҡарты ла тигәндәй ҡайнашып йөрөй. Һәр кемендә һәр төрлө сәбәптер, күрәһең. Ҡорһаҡтары морондарына еткән йөклөләр ҙә, сырайҙары һытылып, ауырып ултырғандар ҙа, моңһоҙ ғына хәбәр һатҡандар ҙа байтаҡ.

— Нимә борсой? – врач, утыҙ-утыҙ биш йәштәрҙәге ҡатын, яҙып ултырған ҡағыҙынан күҙен айырмай ғына ғәҙәти һорауын бирҙе.

Ишек төбөндә торғанда ҡат-ҡат ҡабатлағандары елгә остомо ни - Сания тотлоҡто:

— Борсомай ҙа… күренәйем, тигәйнем…

— Сисенегеҙ, креслоға менеп ятығыҙ.

Медсестраның һорауҙарына бутала-бутала яуап биргән арала ҡатын креслоға үрмәләне. Ул арала ҡулдарына аҡ бирсәткәләрен һуҙғылап кейеп, ялтыр тимер-томорҙарын тотоп, янына килеп баҫҡан врач үҙ эшенә кереште:

— Тынысланығыҙ…шулай… эсегеҙҙе ҡатырмағыҙ. Эһе… тәк… тә-әк… Ҡатырмағыҙ эсегеҙҙе! Эһе… Бә-әй! Ниңә ауырлы икәнегеҙҙе әйтмәйһегеҙ?!

— һеҙҙән һорайым бит? Был ниндәй йәшенмәк уйнау?

Ҡаты ҡарашлы врач ауыҙына һыу урталағандай булған ҡатындан яуап ала алмаҫын аңланы булһа кәрәк, ҡәтғи генә итеп:

— Төшөгөҙ, кушеткаға ятығыҙ. Айгөл, ауырлыны учетҡа ал, анализдарға йүнәлтмә яҙ, - тип уңлы-һуллы күрһәтмәләр бирҙе лә тәпәш тапчанға күсеп ятҡан Санияның ҡорһағын тағы ла унан-бынан ауырттырып баҫҡыларға, тотҡоларға кереште.

— Нисәнсе ауырығыҙ?

— …Беренсе…

Был юлы врач телһеҙ ҡалды, аптырауы йөҙөнә, ышанмауы күҙҙәренә сыҡты. Ахырҙа ҡыҙарынып, ҡылығын һүҙ менән төҙәтергә ашыҡты:

— Нисек инде, бер ҙә ауырға ҡалмағайнығыҙмы ни?

— Бер ҙә.

— Ирегеҙ бармы?

— Булғайны… үлде… дүрт йыл элек…

— И? Что-то мин һеҙҙе аңламайым. Әле нимә, дауаланғайнығыҙмы?

— Юҡ та… икенсе бабайға сыҡҡайным.

— Ә-ә, вот оно что! Хәҙер аңлашыла.

— Н-нимәһе аң-лашыла?..

— Икенсе ирегеҙҙән балаға уҙыуығыҙ аңлашыла. Тороғоҙ, кейенегеҙ.

Врач, өҫтәл артына ултырып, яҙыуын дауам итте. Сания бутала-бутала ашығып кейенеп, өҫтәл янындағы ултырғысҡа терәлде. Уның врачтан үҙ хәле хаҡында күберәк һорашҡыһы, белгеһе килә ине. Һаҡ ҡына һүҙ башланы:

— Тәүге ирем менән егерме ете йыл йәшәнек… балабыҙ булманы…

Врач күҙлеген танау буйына төшөрә биреп, ҡарашын күтәрҙе:

— Тикшерелгәйнегеҙме?

— Мин – эйе. Ирем йөрөмәне инде.

— Һеҙгә нимә тигәйнеләр?

— Барыһы ла һәйбәт, тигән булғайнылар былай…

— Шулай булғас, - врач тағы ла «аңлашыла инде» тигән мәғәнәлә яурындарын күтәрҙе.

— Аптырайым шул… Иремдең ситтә балаһы бар, тигәйнеләр.

— Улары хаҡында белмәйем, апай, бер ни ҙә әйтә алмайым, әммә факт – һеҙ түлле һәм әлеге көндә, яҡынса сама менән, ун ете-ун һигеҙ аҙналыҡ йөк йөрөтәһегеҙ һәм һеҙгә, - врач «һеҙгә» тигәнгә айырым баҫым яһаны, - йәшегеҙҙе иҫәпкә алып, икеләтә-өсләтә һаҡланып йөрөргә кәңәш итәм.

Ҡайтыуға автобусты көтөп торманы Сания. Автобустағы халыҡты күреп, кемдәрҙер менән һөйләшеп торорлоҡ хәле лә, теләге лә юҡ ине. Тау аша туранан йәйәү атланы. Район үҙәген көскә сығып етеп, кеше күҙенән ситләшкәс тә, ҡыҫтап килгән йәштәренә юл ҡуйҙы. Бер ҡатлы йәшлеген дә, бушҡа үткән сәскәләй саҡтарын да, Афзалдың ураған һайын йөҙөнә бәреп бар хоҡуҡтарынан яҙҙырған, сикләгән, баҫҡан, туҡтауһыҙ тыпылдаған тамсы ише мейеһен сүкеп торған «Ҡыҫыр»ын, «Мал булһаң, һине күптән тотонор инем»,- тип мыҫҡыллауҙарын, «Ситтә балам бар»,- тип күрәләтә алдауҙарын, «Китәм»,- тип ҡурҡытыуҙарын, кәмһетеүҙәрен, үҙенең тупылдатып бала һөйөр саҡтарында сит балаларға ҡарап өҙөлөүҙәрен бер-бер артлы иҫләй барҙы, ике битенән ике юлаҡ субырлап аҡты ла аҡты… Ауылға килеп ингәндә ҡатындың бит-күҙҙәрен йылы ел һыйпап киптергән, ҡайнар ҡояш йөрәген наҙлап иреткән, хозур тәбиғәт һиллеге йәнен тынысландырған, күңеле буп-буш, еп-еңел һәм… яңы кисерештәргә шар асыҡ ине.
МИЛӘҮШӘ ҠАҺАРМАНОВА.
фото т.роза
Читайте нас: