Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Декабрь 2020, 14:06

"Мәктәптән сыҡҡан да юғалған..."

Кисә баш ҡалала юғалған, бик күптәрҙе борсоуға һалған 12 йәшлек ҡыҙ табылған. Баҡтиһәң, ул...

“Өфөлә 12 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр. Ул 18 декабрҙә мәктәптән сыҡҡан һәм юғалған”. Ошондай һүҙҙәр менән башланғайны “Лиза Алерт” ирекмәндәренең социаль селтәрҙәге сираттағы хәбәре.
Улар билдәләүенсә, 12 йәшлек Ангелина Мостафина мәктәптән сыҡҡан да ғәйеп булған. Эҙләүгә ирекмәндәр, полиция ҡушылған. Был хәбәр бик тиҙ киң таралып, күптәрҙе борсоуға һалды.
Баланы эҙләү кис буйына дауам итте. Ирекмәндәр, битараф түгел кешеләр ҡаланы "тентеп" сыҡты, Сипайлово биҫтәһенең дамбаһына тиклем барып ҡараны.
Һәм төнгә ҡарай, ниһайәт, яҡшы хәбәр килде: ҡыҙыҡай табылған, ул иҫән-һау. Баҡтиһәң, берәүгә лә әйтмәйенсә, Белоретҡа өләсәһенә киткән икән...
Бала яҙмышын уйлап хафаланған барсабыҙ еңел һуланы. Ут йотоп ҡайғырған яҡындарының хәлен әйтеп аңлатып та булмайҙыр. Иң мөһиме - йәшәү мәғәнәһе - балалар имен булһын.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: