Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Декабрь 2020, 14:40

Иҫкәртеү көнө булдымы был? Әллә...

Бер тәүлек эсендә 15 кеше янып үлде...

15 декабрь янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр инде, сөнки бер тәүлектә республикала 15 кеше янып үлде, шулай уҡ йәрәхәт алғандар ҙа бар.
Хәбәр итеүебеҙсә, шул көндә Әбйәлил районы Ишбулды ауылында сыҡҡан ут 11 кешенең ғүмерен өҙҙө. Ошо уҡ райондың Рауил ауылында 63 йәшлек ир үҙ йортонда янып һәләк була.
Нефтекама ҡалаһының Завод урамында булған янғында тағы ла бер ирҙең ғүмере ҡыйыла.
Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы ауылының Йәштәр урамында ағас өйҙә ут сыға, йорт-ҡура зыян күрә. Һүндергән саҡта ир кәүҙәһе табыла. Был янғында зыян күргән икенсе ир дауаханаға оҙатыла.
Күгәрсен районы Волостновка ауылындағы Үҙәк урамда булған янғында 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Салауат ҡалаһының Салауат Юлаев бульварындағы күп фатирлы йортта һыуытҡыс янып китә. Уттан 82 йәшлек әбей зыян күрә, уны дауаханаға алып китәләр.
Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, һаҡһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ, вайымһыҙлыҡ сәбәпле күпме юғалтыуҙар кисерәбеҙ... 15 декабрҙә генә янғын 15 кешенең ғүмерен өҙгән. Иҫкәртеү көнө булдымы был? Әллә... Башта төрлө уйҙар тыуа.
Фото: Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: