Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Декабрь 2020, 14:33

Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...

15 декабрҙә Туймазы районында юл-транспорт фажиғәһе булыуы, унда 20 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлөүе хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.

Ул юл ситенә осоп төшөп, электр бағанаһы менән һуғылған ун дүртенсе модель “Лада” автомобиленең пассажиры булған.
Асыҡланыуынса, хәл Әгертамаҡ ауылы эргәһендә булған. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, ул кис руль артына 19 йәшлек Флорид исемле егет ултырған, эргәһенә дуҫы Никитаны алған. Уларҙың икеһе лә Туймазы районындағы техникумда уҡығандары мәғлүм: береһе – өсөнсө курста, икенсеһе беренселә генә.
Бер мәл Флорид машинаға идараны юғалтҡан һәм ҡаршы полосаға сыҡҡан.
Авариянан һуң йәштәрҙе “ашығыс ярҙам” дауаханаға алып барһа ла, Никита, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған тән йәрәхәттәренән йән биргән.
Дуҫының иһә хәле ауыр булһа ла, уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Ул дауаханала ята.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр юлдың ни тиклем хәүефле икәнлеген, ҙур тиҙлек, ҡағиҙәләрҙән саҡ ҡына тайпылыу ҙа һәләкәткә килтереүен аңлап бөтмәй. Абай булығыҙ, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлеген һаҡлағыҙ, юл-транспорт ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, тип әйтке килә.
Һәләк булған Никитаның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
  • Читайте нас: